Урарту: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Яҙманы өйрәнеү: күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
18 юл:
 
=== Археологик тикшеренеүҙәр ===
Урартулағы тәүге тикшеренеүҙәр ''Ван'' ҡалаһындағы Ван ҡаяһында һәм Топрах-Калала алып барыла.  [[1879 йыл]]да унда Британ музейы, [[1898]]—[[1899 йыл]]дарҙа герман экспедициялары ҡаҙылма тикшереү эштәре алып бара. Был экспедициялар ҡаяларҙа бик күп урарт яҙмаларын, шул иҫәптән Аргишти I батшаның йылъяҙмалары һәм Урарту матди мәҙәниәтенең ҡайһы бер предметтарын табып, күсереп ала. Һуңынан улар Британ һәм Пергам музейҙарына эләгә#Экспозиция|Ближневосточный музей Берлина]]<!--de:Vorderasiatisches Museum Berlin-->. 1991 йылдан 1916 йылға тиклем Урарту территорияһының күп өлөшө Рәсәй империяһы контролендә була. Ҡайһы бер археологик ҡаҙылма эштәр академиктар Иосиф Абгарович Орбели менән Николай Яковлевич Марр етәкселегендә алып барыла. Уларға Ван ҡаяһында Урарту тарихына бәйле икенсе мөһим бер документ – Сардури II батшаның йылъяҙмаһын табыу бәхете тейә. Артабан көнсығыш Төркиәлә ҡаҙылма эштәрҙе дауам итеү бөтә донъя һуғыштарына бәйле ауырлаша. Ҡайһы бер урарт тарихи ҡомартҡылары (мәҫәлән, Топрах ҡалаһындағы) әлегә тиклем Төркиәнең регуляр армияһы тарафынан терәк пункт булараҡ файҙаланыла. Был территорияла ҡаҙылмалар һаман да табыла. Хәҙерге заман тикшеренеүселәре белдереүенсә, улар башланғыс кимәлдә<ref name="СтоунЗиманский"/>.
 
Иранда Урарт мәҙәниәте ҡомартҡыларына ҡағылған археологик ҡаҙылма эштәре унда барған Ислам революцияһына бәйле лә ҡатмарлаша.,
<ref name="Zimansky1985"/>, әммә һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрә һәм Иранда бер юлы Урарт дәүләтенең бер нисә ҡалаһында ҡаҙылма эштәр алып барыла.
 
Хәҙерге Әрмәнстан территорияһындағы төньяҡ-көнсығыш Урартула ҡаҙылма эштәр әүҙемерәк һәм квалификациялыраҡ була. Унда 1939 йылдан бөгөнгө  көнгә тиклем был саралар системалы рәүештә алып барыла. Кармир-Блур ҡалҡыулығында табылған ҡаҙылмалар башҡа урарт ҡалалары менән сағыштырғанда Урартуны өйрәнеү өсөн иң бай материал булып һанала. Был ҡаланың көтмәгәндә төнгө штурмлау ваҡытында емерелеүе менән дә бәйле. Кармир-Блурҙағы ҡаҙылма эштәр етәксеһе Борис Борисович Пиотровский һәм уның «Ванское царство» китабы Урартуны өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә<ref name="Пиотровский"/>. Был хеҙмәт бер нисә телгә тәржемә ителә һәм бөтә донъяла оҙаҡ йылдар Урарту тарихы буйынса иң тулы һәм классик ғилми белешмә булып һанала<ref name="ReferenceA">{{книга|автор = Zimansky P. E.|часть = |заглавие = Ancient Ararat, A Handbook of Urartian Studies|оригинал = |ссылка = |ответственный = |издание = |место = New York|издательство = Caravan books|год = 1998|том = |страницы = 19|страниц = 332|серия = |isbn = 0-88206-091-0|тираж = }}</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Урарту» битенән алынған