Вәлиев Лек Вәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
8 юл:
 
Лек Вәлиевтың «Нәркәс» (И. Йомағолов), «Салауат» (М.Кәрим), «Тиле йәшлек» (И.Абдуллин), «Онотолған» (Н.Хикмәт), «Лиола» (Л.Пиранделло), «Аҙаҡҡылар» (М.Горький), «Утлы өйөрмә» ([[Мирзаһитов Әсғәт Мәсғүт улы|Ә. Мирзаһитов]]) һәм башҡа спектаклдәре нескә лиризм, фәлсәфәлек менән һуғарылған, геройҙарҙың характерҙарына тәрән инеү уның режиссерлыҡ үҙәнсәлеге булып тора.
Л. Вәлиевтың художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» документтарға нигеҙләнгән драмаһы буйынса спектаклеспектаклендә айырыуса ныҡ сағылдырыла. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда һәм шулай уҡ башҡа илдәрҙә мөһим ваҡиға булып ҡабул ителә<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.
Лек Вәли улы республика режиссура мәҙәниәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе була. Үҙенең художество оҫталығы арҡаһында милли театрға үҙенә башҡа интонация биреүгә һәләтле булған. Уның ижадында башҡорт театр сәнғәтенең милли характерының мөһим дәүмәлдәре кәүҙәлендерелгән. М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы"н (Сибай башҡорт театры) иҫкә төшөрөү етә. Лек Валиевтың спектаклдәрендәге геройҙар өсөн әһәмиәтле булған кешелек абруйы, намыҫ, дуҫлыҡ, тоғролоҡ мәсьәләләре — уның үҙе өсөн дә бик мөһим була. Ул үҙенсәлекле һәләткә эйә, үҙенә иғтибарҙы йәлеп итә, башҡалар араһында күренеп тора, үҙенә бер төрлө, матур һәм көслө була<ref>[http://bashdram.ru/news/rezhisser-s-osobym-darom.html]</ref>.