Бохара ханлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
1747 йылда хан үлтерелгәс, бар хакимлыҡ Мөхәммәд Рахимбей ҡулына күсә. Мөхәммәд Рәхимбей Әбүлфәйез хандың ҡыҙына өйләнә. Рәхимбей хан осоронда Бохара ханлығына [[Бохара]], [[Сәмәрҡәнд]], Миянкәл], Кермине, Ҡаршы, Гузар, Атамурат, Чарджоу,Шахрисабз ҡалалары инә. Гиссар менән [[Ташкент]] үҙаллы биләмәләр булып ҡала. Мөхәммәд Рахимхан [[Сыңғыҙхан]] тоҡомо булмаһа ла, ҡатынҡы сәйәсәте, яҡшы ойоштора белеүе менән хатта хан титулына эйә булыуға өлгәшә.
 
Рәхим бей 1758 йылда үлгәс, манғыттар ағаһы Даниялбейҙе хакимлыҡҡа ултырталар (1758-1785). В1784 йылда [[Бохара|Бохара]]ла халыҡ уға ҡаршы баш күтәрә, һәм ул үҙе урынына улы Шаһморатты ҡуя (1785-1800). Шаһморат эшен ике ришүәтсе түрә  — Дәүләт-ҡушбеги менән Низамуддин ҡазыйҡалонды һарай кешеләре күҙе алдында язалатыуҙан башлай. Шунан Шаһморат Бохара кешеләренә тантаналы рәүештә ҡайһы бер һалымдан азат иткән тархан грамотаһы тапшыра. Бының урынына ул һуғыш була ҡалһа ғәскәр тоторға юллыҡ түләтеү менән алмаштыра.
 
Хакимлыҡты ҡулына алғас, Шаһморат хан титулынан баш тарта, әмир булып ҡала. Шул рәүешле Бохара ханлығы Бохара әмирлегенә әйләнә.