Сәғүд Ғәрәбстаны: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
55 юл:
Илдең күп өлөшө — көнсығышта 300—600 м, көнбайышта 1520 м-ға еткән ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Улар аша һирәк кенә ҡоро йылғалар йырҙаһы - вади. Көнбайышында - Хижаз(ғәрәпсә «кәртә») һәм Әсир (ғәрәпсә «ауыр») тауҙары, бейеклеге ярашлы рәүештә 2500—3000 м, 3353 м. Яр буйына переходящие в прибрежную низменность Тихама уйһыулығына табан һөҙәкләнеп килеп төшә. Төньяғында, Иордания сиге буйлап Әл-Хамад сүллеге китә. Төньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә иң эре ҡом сүллектәре: Оло Нефуд һәм Кесе Нефуд (Дехна), улар ҡыҙыл ҡомло булыуы менән билдәле; көньяғы һәм көньяҡ көнсығышында — Руб-әл-Хали (ғәрәпсә «буш сирек») сүллеге. Сүллектәр аша Йемен, Оман һәм БҒӘ сиктәре үтә, тик улар аныҡ билдәләнмәгән. Сүллектәрҙең дөйөм майҙаны 1 млн км², шул иҫәптән Руб-әл-Хали — 777 мең. км². Фарсы ҡултығы буйлап урыны-урыны менән һаҙмырт һәм тоҙло уйһыулыҡтар китә. Яр буйҙары ҡомло, артыҡ йырғысланмаған.
 
=== Климаты ===
 
Сәғүд Ғәрәбстанының климаты бик ҡоролоҡло. Ғәрәп ярымутрауы — ер йөҙөндә йәйгеһен һәр саҡ 50 °C һәм юғарыраҡ эҫелек булған һирәк урындарҙың береһе. [[Ҡар]] Джизан тауҙарыңда ғына булғылай, унда ла йыл да түгел. Ғинуарҙа уртаса температура ҡала һәм сүллектәрҙә 8 °C -тан 20 °C -ҡа , Ҡыҙыл диңгеҙ ярында 20 °C-тан 30 °C-ҡа етә. Йәйгеһен күләгә 35 °C-тән 43 °C-кә күтәрелә. Сүлдә төнөн температура 0 °C-ҡа етеүе ихтимал, сөнки ҡом тиҙ һыуына.
 
Яуым-төшөм йылына уртаса 100 мм. Сәғүд Ғәрәбстанының үҙәгендә һәм көнсығышында ямғыр ҡыш һәм яҙғыһын, ә көнбайышында тик ҡышҡыһын ғына була.
 
Һауа температураһы<ref>{{Cite web|url=http://turpogoda.ru/index.php?country=saudovskaya$araviya|title=Погода в Саудовской Аравии по месяцам|author=|work=|date=|publisher=turpogoda.ru|accessdate=2016-08-29}}</ref>
{| class="wikitable"
!Месяц
!днём, °C
!ночью
!осадки, мм
|-
|Январь
|22
|16.5
|21
|-
|Февраль
|23.5
|16.5
|8
|-
|Март
|26.5
|16.5
|16.5
|-
|Апрель
|29.5
|18.5
|4
|-
|Май
|33
|22.5
|3.5
|-
|Июнь
|34.5
|24.5
|0
|-
|Июль
|38
|24.5
|0
|-
|Август
|37
|25
|0
|-
|Сентябрь
|35
|24.5
|0
|-
|Октябрь
|33
|21.5
|3
|-
|Ноябрь
|24
|15
|11
|-
|Декабрь
|29
|17
|11.5
|}
{{Ғәрәп илдәре лигаһы}}
{{Азия илдәре}}