Тавр һырты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
13 юл:
[[Файл:Tavr Mountians view from Sea.jpg|thumb|left|Тавр тауҙарының [[Урта диңгеҙ]]ҙән күренеше]]
Тавр тауҙары Төркиәнең Аҡ диңгеҙ ( урыҫсанан тәржемәһе - Урта ер диңгеҙе) ярҙары буйлап һуҙылып, Эгей диңгеҙенән Евфрат йылғаһы үрҙәренә барып сыға. Урманлы тауҙар сылбыры күп һанлы йылғалар үҙәндәре менән киҫелә-киҫелә дөйөм бер һырт булып һуҙылып ята. Көньяҡ өлөшөндә был тауҙар түбәнгә табан ярлау булып өҙөлә, ҡапыл ярға етәрәк ҡаялар булып баҫа, бик һирәк урындарҙа ғына, мәҫәлән, Тарс һәм Адалия тирәһендә, тар ғына яр буйы үҙәндәре барлыҡҡа килтерә.Төньяғында яйлап һөҙәкләнә барып эске яҫы ҡалҡыулыҡтар менән тоташа. Киликияның көнсығыш өлөшөндә һырттар 3000-дән 3500 метр бейеклеккә етә, ә ары, көнбайышҡа табан 2000-дән 3000 метрғә етә.
[[Файл:Taurus.jpg|thumb|ПанорамаӘрмән АрмянскогоТаврының Таврасамолеттан из самолётакүренеше]]
 
Иң бейек түбә — ''Демиркозык'' (Тимерҡаҙыҡ) 3726 м бейеклеккә етә<ref>Турция. Справочная карта. Масштаб 1:2 000 000. М., ГУГК, 1981</ref><ref>Атлас мира. Азия (зарубежные страны). М., ГУГК, 1984</ref>, Булгар-Дагта (Булғартауҙа) ҡарлы сик төньяҡта 2925 метр, ә көньяҡта — 3250 метр тәшкил итә. Был тауҙар аша үтеп булмай, борон ошонда юлбаҫар тау ҡәүемдәре төйәкләнә торған булған. Тауҙар аша үтеп була торған төп юл Гюлек-Богас тип атала, боронғо ҡәүемдәр ''Киликия ҡапҡаһы'' тип йөрөткән. Уның буйлап , [[Азия|Азиянан]] [[Сүриә|Сүриәгә]] ҙур хәрби һәм каруан юлы һалынған булған. Был үткәл буйынан көнбайышҡа Булгар-Даг, ә көнсығышҡа Ала-Даг (Алатау) тауҙары һуҙылған. Бында тау һыртын ике йылға киҫеп үтә, улар [[Урта диңгеҙ]]гә барып ҡоя.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тавр_һырты» битенән алынған