Кидандар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
 
Төп шөғөлдәре - күсмән малсылыҡ. Һунарға йөрөйҙәр. Күсмәндәргә хас булмағанса, балыҡ та тоталар.
 
=== Кидан дәүләте барлыҡҡа килеү ===
Уйғыр кағанаты көсәйгәс, кидандар улар яғына күсә, әммә 842 йылда яңынан ҡытайҙарға ҡайталар.
 
Империяға тиклем кидандарҙың һәр башлығының ''ордо''һо-дружинаһы булған, баш ҡала йәки резиденциялар булмаған. Кидандар балыҡ тотоу йәки һунар осорона ҡарап резиденцияларын алмаштырып торғандар[[Файл:Liao_dynasty_furniture.jpg|thumb|left|Мебель киданьской династии Ляо.]]
 
Ляо осорондағы урыҡ-һурыҡ мәғлүмәттәрҙән кидандарҙың мифтары, дини системаһы тураһында күп кенә нәмә билдәле. Му-е тауы шаман культы йолаларын үтәү урыны булған: шунда уларҙың тәүатаһы менән тәүинәһе осрашҡан, уларҙы тоҡомдары Күк аллаһы һәм Ер алиһәһе тип атап йөрөтә башлағандар.
 
Ҡәбилә федерацияһынан династиялы системалы империяға күсеү кидан юлбашсыһы Абаоцзи (Елюй Амбагай) осоронда барлыҡҡа килә. 907 йылда бер нисә күрше ҡәбиләләрҙе буйһондороп, ул үҙен ҡаған 916 йылда император тип иғлан итә. 926 йылда Абаоцзи күрше Бохай (Бохайго) батшалығы иҫәбенә биләмәһен киңәйтә, Приморьеның көньяғы, Маньчжурияның көньяҡ-көнсығышы һәм Кореяның көньяҡ-көнсығышы уның хакимлығына күсә. [[Файл:Tianning Pagoda 1.JPG|thumb|Пагода [[Храм Тяньнин|храма Тяньнин]] в [[Пекин]]е (ок. 1120 г., киданьское государство [[Ляо]]).]]
 
947 г. яңы дәүләт тип атала, 983 — Кидандарҙың Бөйөк дәүләте,ә 1066-ла  — яңынан Бөйөк Ляо тип атала. Ҡытайҙың төньяғына баҫыша торғас, улар ун алты округты үҙҙәренке итә. Ляо дәүләте нигеҙҙәрен ҡытай һәм корейҙар төҙөй, ҡытайх иероглифтары нигеҙендә яҙма эшләнә, ҡалалар, кәсептәр, сауҙа үҫешә башлай.
 
Күршеләрен еңә алмай, Сун Династияһы 1004 йылда солох килешеүе төҙөргә мәжбүр була һәм яһаҡ түләргә ризалаша. 1042 йылда яһаҡ арттырыла, 1075 йылда Ҡытай кидандарға йәнә үҙ еренән өлөш бирә.
 
XI быуат аҙағында Ляо дәүләте бөлгөнлөккә төшә, ә 1125 йылда уны чжурчжэндәр тар-мар итә. Кидан дәрәжәлеләре (ҡаракидандар, йәки ҡараҡытайҙар) Урта Азияға йүнәлә, Талас һәм Шу йылғалары буйында ҙур булмаған  Көнбайыш Ляо — Ҡараҡытай дәүләте барлыҡҡа килә(1124—1211).
 
1211 йылда Сыңғыҙхан ҡыҫымы аҫтында наймандар Урта Азияны алалар һәм гурханды әсирлеккә төшөрәләр, әммә ете йылдан уҡ инде Ҡараҡытай дәүләте Монгол империяһына ҡушыла. Монгол ҡулы аҫтында ҡараҡытайҙар төрлө ҡәбиләләргә, атап әйткәндә, наймандарға ҡушылып бөтә.
 
Хәҙерге тикшеренеүселәр кидандар менән ниндәйҙер этник төркөмдәр араһында ни Ҡытайҙың төньяҡ көнсығышында, ни Төркөстанда бәйләнеш таба алмай:бында улар урындағы төркиҙәр һәм фарсылар менән ҡушылып бөткәндәрҙер. Һуңғы генетик тикшеренеүҙәр даурҙар күпмелер кимәлдә кидан тоҡомдары булып тора тип күрһәтә<ref>[http://china.org.cn/english/2001/Aug/16896.htm DNA Match Solves Ancient Mystery<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>.
 
Боронғо кидандарҙың тоҡомдары Урта Азияға килеп ҡараҡытай (йәки һуңғараҡ ҡтай) булып киткән тип фараз итәләр. Ҡтайҙар үзбәктәрҙән тыш ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, нуғайҙар, ҡараҡалпаҡтар, башҡорттар һәм башҡа халыҡтарға ҡушылған.
 
Ҡтайҙар Сәмәрҡәндтәге иң күп үзбәк ырыуы булып торған (хәҙерге Үзбәкстан). Үҙҙәрендәге риүәйәттәргә ярашлы, ҡтайҙар Заравшан буйына ҡыпсаҡ далаларынан килгән. 1920 йылда Сәмәрҡәнд өлкәһендә (Сәмәрҡәнд һәм Кәттәкурған өйәҙҙәрендә) 39 меңдән ашыу ҡтай булған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Кидандар» битенән алынған