Зәйнәб бинт Йәһеш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Мөхәммәд → Мөхәммәт (7) using AWB
 
8 юл:
}}
{{Арабское имя|лакаб=|кунья=|имя=Зәйнәб|насаб=|нисба=Ҡорайши}}
'''Зәйнәб бинт Йәһеш (Джахш) әл- Ҡорайши''' ({{lang-ar|زينب بنت جحش}}вафаты- 20/642) — [[МөхәммәдМөхәммәт]] Пәйғәмбәрҙең хәләл ефеттәренең береһе, [[хаҡ мосолмандар Инәһе]].
 
== Биографияһы ==
14 юл:
Ҡорайыш ҡәбиләһе әсәд ырыуынан. Атаһы Йәһеш ибн Риаб ибн Ямара ибн Сабра ибн Мурра ибн Әсәд ибн Һүзәймә, ә әсәһе — Үмәймә бинт Әбд әл-Мотталиб ибн Хашим<ref>{{cite web|url=http://www.azan.kz/islam/blog/id/206.html|title=Зайнаб бинт Джахш|date=2012-11-16|publisher=azan.kz|accessdate=2015-07-23}}</ref>.
 
Зәйнәб бинт Йәһеш тәүгеләрҙән булып Ислам ҡабул иткән. Ул МөхәммәдМөхәммәт Пәйғәмбәргә рисаләт инә башларҙан 20 йыл әүәл донъяға килгән. Тыуғанында бирелгән исеме Бәррә, мәгәр МөхәммәдМөхәммәт с.ғ.с уға яңы исем ҡуша - ул Зәйнәб исеме менән таныла{{sfn|Али-заде, А. А.|2007|name=Али}}.
 
Кейәүгә сыҡмаҫ элек үк әле Зәйнәб тәүгеләрҙән булып Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Аҫрау улы Зәйд ибн Харисты Пәйғәмбәр ҡоллоҡтан иреккә сығарған була, үҙ нәҫеленә ҡатнаштырып, Аллаһ Илсеһе элекке ҡолдарға кәмһетеп ҡарауға сик ҡуйырға теләй, сөнки шуғаса ирекле ҡатын-ҡыҙҙы ундайҙарға кейәүгә бирмәгәндәр. Зәйнәб баштан уҡ никахҡа ҡырҡа ҡаршы сыға, хурлана, әммә шунан алда ғына Пәйғәмбәребеҙ әмеренә буйһонмауҙы тыйыусы аят («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 36-сы аят) иңгәнлектән, сараһыҙҙан ризалаша. Мәгәр йәш ғаиләлә туҡтауһыҙ ыҙғыш китә, Зәйнәб ирен һис тә үҙ итергә теләмәй. Ҡатындың туған-тыумасаһы был хәлгә бик көйөнә, төрлөсә өгөтләп ҡарауҙар ҙа һөҙөмтә бирмәй. Зәйед талаҡ ҡылырға теләгәс, Пәйғәмбәребеҙ нисә мәртәбә ҡаршы була, әммә бер йылдан йәштәр айырылыша.
20 юл:
Пәйғәмбәребеҙ ошо ҡарар арҡаһында туғандары ғаиләһендә килеп сыҡҡан көйөнөстәр өсөн бик борсола һәм Зәйнәбкә өйләнеп, уларҙы ризалатырға теләй. Әммә элекке йолалар быға мөмкинлек бирмәй. Эш шунда, ғәрәптәрҙә аҫрау улдар үҙ улдары менән бер һаналған, ә ҡайныға килененә өйләнеү рөхсәт ителмәгән. Ләкин ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыттан һуң аҫрау улдар үҙ атаһы исеме менән йөрөтөлөргә тейешлеге, һәм улар аҫраусыһы менән ҡан ҡәрҙәшлеккә дәғүә итә алмауы тураһында аяттар иңә («Әл-Әхзәб» сүрәһе, 4-5 аяттар). Аҫрау улдарҙың ҡатынына өйләнеүҙе тыйыусы йола ла юҡҡа сыға.<ref name="Али" />.
 
МөхәммәдМөхәммәт с.ғ.с был никахтың емерелеүенә бик бошона. Ул Зәйнәбкә үҙе өйләнеп хәлде төҙәтергә уйлай, тик Зәйд ибн Харис уның аҫрауға алған улы була, йола буйынса МөхәммәдМөхәммәт с.ғ.с аҫрау улының ҡатынына өйләнә алмаған. Мәгәр күпмелер ваҡыттан был йоланы юҡҡа сығарыусы аяттар иңә <ref>{{Коран|33|37|40}}</ref>. Шул уҡ ваҡытта аҫрауға алған кеше ул балаға атай булараҡ исемен бирә алмай башлай <ref>{{Коран|33|4|5}}</ref>. Һижрәттең 5-се йылында МөхәммәдМөхәммәт с.ғ.с Зәйнәб бинт Йәһешкә өйләнә<ref name="Али" />. <ref>Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//[[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|Башҡортостан ҡыҙы]]. — 2008, № 7—12</ref>
Зәйнәб бик эшсән, игелекле һәи тәҡүә ҡатын була. Ул гел намаҙҙа була, ураҙа тота. Ул 53 йәшендә Мәҙинәлә вафат була. МөхәммәдМөхәммәт с.ғ.с вафатынан һуң хәләл ефеттәренән беренсе булып баҡый донъяға күсә. <ref name="Али" />.
 
== Зәйнәб бинт Йәһеш менән бәйле хәҙистән ==
36 юл:
* {{ЭИ/2|[[Босуорт, Клиффорд Эдмунд|Bosworth C. E.]]|Zaynab bt. D̲j̲aḥs̲h̲|brillonline=zaynab-bt-djahsh-SIM_8149}}
 
{{Islam-bio-stub}}
{{Ҡөрьән персонаждары}}
 
 
[[Категория:Мөһәжирҙәр]]
 
 
{{Islam-bio-stub}}