Пётр I — версиялар араһындағы айырма

1773 байт өҫтәлгән ,  3 года назад
текст+
(категория)
(текст+)
 
Романовтар династияһы вәкиле булараҡ, Бөтә Рәсәй Бөйөк Кнәзе һәм Батшаһы итеп 1682 йылда, 10 йәшендә сағында иғлан ителә. 1689 йылдан дәүләт менән үҙаллы идара итә башлай. Ағаһы Иван V үҙенең 1696 йылдағы вафатына тиклем формаль рәүештә батша вазифаһын бергә башҡарыусы булып һанала.
 
Йәш сағынан уҡ фән һәм сит илдәрҙәге тормош менән ҡыҙыҡһына, шулай уҡ Пётр Көнбатыш Европа илдәрендә оҙайлы сәйәхәттә булған беренсе урыҫ батшаһы булып һанала. [[1698 йыл]]да оҙайлы сәйәхәттән әйләнеп ҡайтҡас рәсәй дәүләтселегендә һәм ижтимағи тормошта масштаблы реформалар башлай.
[[Төньяҡ һуғыш]]ынан һуң Рәсәйгә Балтика буйы ерҙәрен ҡушыу Пётрҙың иң ҙур ҡаҙанышы булып тора. Был ҡарар XVI быуатта ҡабул ителгән булған һәм [[1721 йыл]]дан Пётр Рәсәй императоры титулын йөрөтә.
 
[[XVIII быуат]] аҙағынан алып хәҙерге көнгәсә тарих фәнендә һәм ижтимағи тормошта Пётр шәхесенә, уның Рәсәй тормошондағы роленә диаметраль ҡапма-ҡаршы баһа биреүселәр бар. Рәсми Рәсәй тарихында Пётр [[XVIII быуат]]та Рәсәйҙең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе данлыҡлы дәүләт эшмәкәре тип баһалана. Шул уҡ ваҡытта [[Карамзин Николай Михайлович|Николай Карамзин]], [[Ключевский Василий Осипович|Василий Ключевский]], [[Милюков Павел Николаевич|Павел Милюков]] кеүек күренекле тарихсылар уны ҡарға тәнҡитләйҙәр.
 
== Библиография ==
34 428

үҙгәртеү