Бүленмәүлек методы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Бүленмәүлек методы''' — геометрик фигураларҙың майҙанын йә геометрик есемд…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

15:43, 6 ноябрь 2017 өлгөһө

Бүленмәүлек методы — геометрик фигураларҙың майҙанын йә геометрик есемдәрҙең күләмен иҫәпләү ысулдарының йыйылмаһы. Бүленмәүлек методы XVI быуаттың аҙағында барлыҡҡа килә.

Кәвәлйери принцибы

Яҫы фигуралар өсөн Кәвәлйери принцибы былай әйтелә: әгәр ике фигураны теләһә ниндәй бер тура һыҙыҡҡа параллель тура һыҙыҡтар менән киҫеүҙән тигеҙ хордалар барлыҡҡа килһә, был фигураларҙың майҙандары үҙ-ара тигеҙ була. Арауыҡ фигуралары өсөн: әгәр арауыҡтағы ике фигураны теләһә ниндәй бирелгән яҫылыҡҡа параллель яҫылыҡтар менән киҫеүҙән тигеҙ ҙурлыҡтағы киҫемдәр яһалһа, был фигураларҙың күләмдәре тигеҙ була Был теореманы итальян математигы Бонавентура Кәвәлйери иҫбатлаған.

 
Кәвәлйери принцибының күргәҙмәһе — ике тәңкә ҡатламаһының формаһы төрлө булһа ла уларҙың күләме бер тигеҙ