Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
51 юл:
*::Ваҡыттары булғас ултыралар инде. Тик шул уҡ ваҡытта, башҡортса физика, химия, биология кеүек фәндәрҙе уҡып та, шул темалар ҡып-ҡыҙыл торғанда, төн йоҡоңдо йоҡламай юҡ-бар тексты тәржемәләп ултырыу ғәмәлгә һыйған эш түгел. Һәр беребеҙ үҙе әҙ генә булһа ла белгән күренекле кешеләр тураһында яҙһа, кемдер ул мәҡәләне тулыландырып та ебәрһә, нисек шәп булыр ине.Мине әллә ни тип әрләһәгеҙ ҙә була, йәшәүен йәшәгәнмен, иләүестән иләнгәнмен, һелкеүестә һелкенгәнмен һ.б.--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 01:59, 4 ноябрь 2017 (UTC)
*::: Википедия проекттары - ирекле ирекмәндәр проекттары. Һәр ирекмән үҙе теләгән йүнәлеште, үҙенә ҡыҙыҡлы теманы һайлай, булған мөмкинлегенән сығып һәм ваҡытына ҡарап эш итә. Ҡыҙыл төймәләр күп, әлбиттә. Тимәк, уларға сират етмәгән, ҡыҙыҡһыныусы мөхәррире табылмаған. Шул уҡ ваҡытта улар ҡыҙыл булғанына кемделер ғәйепләү ҙә дөрөҫ түгел. Был Вики тәғлимәттәренә тап килмәй. Вики ирекмән иң тәүҙә үҙе башлап юл яра һәм башҡаларҙы әйҙәй. Һеҙҙең йүнәлешегеҙ, ҡыҙыҡһынған темаларығыҙ һис шикһеҙ мөһим. Башҡаларға ла үҙ темалары бик тә мөһим тип ҡабул итегеҙ, зинһар. Фекер алашыу биттәрендә әйтелгәндәрҙе әрләү итеп ҡабул итеүегеҙ ҙә тәғлимәттәргә һыйып бөтмәй. Тәғлимәттәр: Ирекмәндәр аралашыуы, әйтелгән тәҡдимдәре изге ниәттән сығып эшләнә, Һеҙ шулай итеп ҡабул итегеҙ, үҙегеҙ ҙә шулай булығыҙ, - тип өндәй. Һеҙгә мөрәжәғәт иткән ҡатнашыусының дә эшмәкәрлек йүнәлештәре мөһим: яңы яҙыша башлаған ирекмәндәргә итәғәт ярҙам итә, мәҡәләләрен еренә еткерешә, уларҙың күренешен яҡшырта. Шулай уҡ үҙ аллы «Юбилярға Википедия бүлеге» рубрикаһын алып бара. Яңы мәҡәләләр ҙә яҙырға өлгөрә. Тағы бер әйтәм : Википедияла тик изге ниәттә эшләнелә һәм изге ниәт менән аралашалар. Һеҙгә лә шулай теләйем. Уңыштар. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 04:07, 4 ноябрь 2017 (UTC)
*:::: Мин тәбиғәт фәндәре буйынса кәрәкле аңлатма, терминдарҙың башҡортсаһын бөтөнләй белмәйем. Ҡулыма башҡортса физика, йә химия китабы төшһә,шул йүнәлештә әҙерәк яҙышып алыр инем. Ләкин шул эште башҡарырлыҡ белеме булып та, эшләмәгәндәре ҡыҙғаныс. Кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт.--[[Ҡатнашыусы:Шәһәрбаныу|Шәһәрбаныу]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Шәһәрбаныу|әңгәмә]]) 05:28, 4 ноябрь 2017 (UTC)
*::::: Аңлауың өсөн рәхмәт. Белгәндәрҙе әйҙәргә, саҡырырға, өгөтләргә генә ҡала. Матур итеп. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 06:11, 4 ноябрь 2017 (UTC)