Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
33 юл:
1994 йылда гимназия-интернатҡа Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә. Гимназияла Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандары, улы Субидәй менән ҡыҙы Иҫәнбикә Туған(Вәлиди) менән осрашыуҙар ойошторола .
 
Ул эшләгән осорҙа гимназия-интернаттың ысын мәғәнәһендә үҙ йөҙө, үҙ стиле барлыҡҡа килә. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар республика юғары уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, активно сотрудничали с вузами республики, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йыш ҡатнашалар. . Профилле уҡытыу тәбиғәт фәндәре,гуманитар һәм медицина йүнәлешендә алып барыла. Уҡыуҙы тамамлағанда уҡыусылар башланғыс медицина белеме таныҡлығы, секретарь- референт, тегеүсе һөнәре алып сыға. Салауат ҡалаһындағы медицина училищеһы, республиканың юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Мәктәптә ғәрәп телен Н.Сөйәрғолов уҡыта, гимназияны тамамлаусыларҙың ҡайһы берҙәре араһында Египет, Иордания, Төркиә, Сирияға уҡырға китә . БДУ, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, Өфө дәүләт сәнғәт интституты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүлт медицина университеты уҡытыусылары гмназияның педагогтарына методик ярҙам күрһәтә. Уҡыусылар өсөн математика, физика, химия, журналистика,тарих фәндәренән айырым курстар ойошторола.
 
Был осорҙа гимназия - интернатта Ишембай ҡалаһы һәм районы балалары ғына түгел, ә Башҡортостандың 27 районынан, Себер өлкәләренән килгән уҡыусылар ҙа белем ала.
 
Гөлназ Ғафир ҡыҙы тәҡдиме буйынса билдәле спортсы- шашка уйынсыһы [[Тамара Танһыҡҡужина]] гимназияға уҡырға килә. Ишембайҙа эшләгән шашка клубы тренерҙары менән берлектә гимназияла башланғыс кластарҙа шашка дәрестәре уҡытыла башлай. Оҙаҡламай гимназия уҡыусыларының исеме Башҡортостан,Рәсәй ,Европа, шашка буйынса донъя кимәлендәге ярыштарҙа билдәлелек яулай. Гимназия уҡыусылары араһында [["Ишембайнефть"]] ойошмаһының биатлон буйынса йыйылма командаһында уңышлы сығыш яһаусылар була (мәҫәлән, Европа чемпионы Данил Аҫылғужин).
 
1998 йылда гимназия – интернатҡа "Матур мәктәп" Бөтә Рәсәй конкурсында икенсе урын бирелә.
45 юл:
2003 - 2005 йылдарҙа Гөлназ Ғафир ҡыҙы Ишембай ҡалаһы һәм Ишембай районы мәғариф бүлеген етәкләй.
 
2008 йылдан Өфө ҡалаһының [[]]Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы]] директоры. Мәғариф өсөн ябай булмаған шарттарҙа гимназия директоры педагогтар коллективы менән берлектә, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһында кешелеклелек принциптарына таянып,балаларҙа донъяға асыҡ ҡараш, милли үҙаң тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.
 
==Бүләктәре ==