Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
29 юл:
Әхмәҙиева Гөлназ Ғафир ҡыҙы 1960 йылдың Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Ғүмәр ауылында тыуған. Күренекле башҡорт ғалимы һәм яҙыусыһы Вафа Әхмәҙиевтың һеңлеһе. 1977 йылда [[ Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия- интернаты]]н алтын миҙалға тамамлаған.
== Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге ==
Башҡорт дәүләт университетының физика факультетын тамамлағандан һуң Ишембайҙағы 2-с һанлы инернат-мәктәптә физика уҡытыусыһы булып эшләй башлай 1992 - 1994 йылдарҙа - ошо уҡ мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары.1992-се йылда мәктәп 2-се Башҡорт республика гимназия-интернаты статусын ала. 1994 -2003 йылдарҙа- Гөлназ Әхмәҙиева [[ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия -интернаты]] директоры .
 
1994 йылда гимназия-интернатҡа Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә. Гимназияла Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандары, улы Субидәй менән ҡыҙы Иҫәнбикә Туған(Вәлиди) менән осрашыуҙар ойошторола .