Сабитов Нариман Ғиләжетдин улы — версиялар араһындағы айырма

 
1944—48 йылдарҙа композиция буйынса В. А. Белый класында уҡый. Артабан композитор һәм педагог, СССР-ың халыҡ артисы Анатолий Александров класында композиция буйынса белем ала. Фортепиано (П. Я. Слободской) класында белем ала. Бер үк ваҡытта күренекле педагогтар Виктор Сергеевич Смирнов һәм Иван Дмитриевич Дружинин ҡулы аҫтында симфоник дирижерлыҡ итеү курсын үтә. 1953 йылда уҡыуын тамамлап [[Өфө]]гә ҡайта.
== Ижади эшмәкәрлеге ==
 
1954 йылдан 1971 йылға тиклем [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда дирижер булып эшләй. 1953—1967 йылдарҙа баш дирижер була. Башҡортостандың тәүге профессиональ композиторҙарының береһе. Театр, симфоник, камера-вокаль, ансамбль һәм хор музыкаһы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ошо уҡ йылдарҙа театрҙа башҡорттарҙан тәүге профессиональ дирижер Ғәйнетдин Моталов менән бергә башҡорт композиторҙарның опера һәм балеттарын сәхәнәгә сығарыу өсөн күп көс һалалар. Улар шул дәүерҙә Мәскәү, Свердловск консерваторияларын тамамлап ҡайтҡан милли йырсыларға төп партияларҙа сығыш яһап, сәхәнә йондоҙҙарына әүрелергә ярҙам итә.
 
Ижади эшмәкәрлеге темаларҙың күп төрлөлөгө хайран ҡалдыра. Башҡорт һәм татар музыкаль фольклорына мөрәжәғәт итеп, композицияның классик һәм заманса алымдарын менән берләштереүгә өлгәшә. Ижадында балеттар төп урынды биләп тора: «Гөлнәзирә». «Тау бөркөтө», «Яратам һине, тормош», « Айгөл иле».
10 738

үҙгәртеү