Бисярин Василий Григорьевич: өлгөләр араһындағы айырма

совет партия һәм дәүләт эшмәкәре
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Бисярин, Василий Григорьевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

05:01, 29 октябрь 2017 өлгөһө

Бисярин Василий Григорьевич (18931949) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)-ның Өфө өлкә комитетының,  РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының һәм ВКП(б-ның  Новгород өлкә комитетының яуаплы секретары.  Коммунистар партияһының XI,  XIII, XV һәм XVI съездары делегаты.

Василий Григорьевич Бисярин
Флаг
Флаг
Секретарь Уфимского губкома РКП(б) 02.1919—03.1919
12.1921 — 07.1922
07.1922 — 09.1922
Алдан килеүсе: Худайбердин, Шагит Ахметович
Дауамсы: Нимвицкий, Борис Николаевич
1925 — 1930
 
Тыуған: 1893({{padleft:1893|4|0}})
Катав-Ивановск Уфимская губерния
Үлгән: 13 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Москва
Партия: РСДРП с 1914 года

Биографияһы

Бисярин Василий Григорьевич 1893 йылда Өфө губернаһының Ҡытау- Ивановкск ҡалаһында  тыуған

Фармацевтика курсты тамамлағандан һуң Өфөлә дарыуханала эшләй башлай[1].

1914 йылда РСДРП(б)-ға инә.  1916 йылда партия йәшерен эшмәкәрлеге өсөн  Златоуст ҡалаһында ҡулға алына һәм Турғай өлкәһенә һөрөлә.

1917-1918 йылдарҙа РСДРП(б)-ның   Златоуст комитетының  секретары була[2].

1919 йылдың февраль - март айҙарында — РКП(б)-ның  Өфө губерна комитетының секретары.

1919 йылдың июленән — РККА-ның 5-се армияһы  27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары, 1919 йылдың октябренән декабренә тиклем —  27-се уҡсылар дивизияһының хәрби комиссары.

1920 йылда Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ-революцион армияһы командир ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. 

1921 йылдың июленән 1922 йылдың декабренә тиклем — РКП(б)-ның Өфө губерна комитетының секретары.

1922 йылдың июленән сентябренә тиклем, А. И. Жеханов менән берлектә , РКП(б) -ның Башҡортостан өлкә комитетының ике яуаплы секретарының береһе була[3].

1923-1925 йылдарҙа  РКП(б)/ВКП(б)-ның Үҙәк комитетында эшләй. 1925-1930 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Новгород өлкә комитетының секретары.

Артабан Ленинград ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире була.

1932 йылдан алып — Мәскәү ҡала советы рәйесе урынбаҫары, 1934 йылдан — Мәскәү өлкә халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1936 йылдан алып — Мәскәү өлкә сәнғәт эштәре буйынса идаралығы начальнигы.

1942 йылдан алып Баш дарыухана склады идарасыһы була, 1945-1947 йылдарҙа — СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының дауахана  идаралығы начальнигы.

Иҫкәрмәләр

  1. Статья в энциклопедии Челябинск
  2. Справочник по истории КПСС
  3. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 197. — 468 с.

Һылтанмалар