Сафия бинт Һүәй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
Йәһүдиҙәрҙең Бәни Ҡайнуҡа, Бәни Нәдир, Бәни Ҡурайза тигән ҡәбиләләре мосолмандар менән килешеүҙе боҙғас, уларҙы ҡаланан ҡыуалар һәм улар Хәйбәргә барып урынлашалар. Ҡыуылғас та Сафияның атаһы Мөхәммәд Пәйғәмбәр менән дошманлашыуын ҡуймаған, бер ғәрәп ҡәбиләләре менән һүҙ беркетеп, Мәҙинәгә һөжүм итергә булған. Мосолмандар хаслыҡ тураһында белеп ҡалған һәм Хәйбәргә үҙҙәре алдан барып еткән. Яу мәлендә Сафияның атаһы менән ире үлтерелә, ә ҡатын үҙе әсирлеккә эләгә.
 
Сафияны күргәс, Мөхәммәд Пәйғәмбәр уны башта кәнизәк итеп ала һәм артабан ҡоллоҡтан азат итә. Ирек бирелгәс, уға үҙ динендә ҡалып, теләгән еренә китергә йәки Мөхәммәд Пәйғәмбәр менән ҡалырға тәҡдим ителә.Сафия Мөхәммәд с.ғ.с. менән ҡалырға ҡарар итә. Уларҙың никахына ҡунаҡтар ашамлыҡтар тотоп килә. <ref>[http://darulfikr.ru/story/fiqh/marriage_ceremony_hanafi Как заключить брак. Краткое описание.] — Даруль-Фикр. Ру</ref>. Сафияға был ваҡытта 17 йәш була. <ref>Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ//Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 7—12</ref>
 
== Ғүмеренең һуңғы йылдары ==