Тауыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
1 юл:
'''Тауыш''' — механик тирбәлеүҙәрҙең ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге мөхиттә тығыҙ тулҡын рәүешендә таралыуынан хасил булған физик күренеш. Тар мәғәнәлә тауыш атамаһы ошо тирбәлеүҙәрҙең хайуандар һәм кешенең һиҙеү ағзалары тарафынан нисек ҡабул итеүен аңлата<ref>Книга:Физическая энциклопедия||автор=И. П. Голямина|статья=Звук|ссылка=http://www.femto.com.ua/articles/part_1/1222.html|страницы=</ref>.
 
Һәр төрлө тулҡын кеүек, тауыш та [[амплитуда]] менән характерлана. Ғәҙәти кеше 16—20 Гц-тан алып 15—20 кГц-ҡа тиклемге йышлыҡ диапазонындағы тауыш тирбәлеүҙәрен ишетергә һәләтле<ref>[http://www.zdo-rov.ru/sluh-obcshaja-informacija Слух — общая информация]</ref>. Кеше ишетерлек диапазондан түбәнерәк булған тауыш ''инфратауыш (инфразвук)''; юғарыраҡтары: 1 ГГц-ҡа тиклеме — [[ультратауыш]] (ультразвук), 1 ГГц-тан күберәге — ''гипертауыш (гиперзвук) '' тип аталып йөрөтөлә. Тауыштың көсө нәтижәле тауыш баҫымы, йышлыҡ һәм тирбәлеү формаһына, ә тауыш юғарылылығы — йышлыҡҡа ҡына түгел, ә тауыш баҫымының кимәленә лә бәйле.
 
 
 
Ишетелгән тауыштар араһынан бигерәк тә фонетик, һөйләү телмәрен тәшкил иткән телмәр тауыштарын һәм [[фонема]]ларҙы, шулай уҡ [[музыка]] нигеҙендә ятҡан музыкаль тауыштарҙы айырып ҡарарға кәрәк. Музыкаль тауыштар бер генә түгел, ә бер нисә тонды, ҡайһы саҡта киң йышлыҡтағы диапозондарҙа булған шау-шыу өлөштәрен дә үҙ эсенә ала.
 
== Тауыш тураһында төшөнсә ==
[[Файл:Soundwaves.png|мини|Һауалағы тауыш тулҡындары — бер-береһе менән аралашыусы ҡыҫыу һәм бушатыу өлкәләре.]]
 
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тауыш» битенән алынған