Себер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: РФ-ның → Рәсәй Федерацияһының (2) using AWB
34 юл:
== Себер образы һәм уның үҙгәрештәре ==
 
Айырым региональ топоним булараҡ Себер (Sibir, Sebir) атамаһы текслы һәм картографик сыҡанаҡтарҙа минимум XVI быуаттан теркәлгән (фиксируется). Был топоним ул ваҡытта Иртыштың урта ағымындағы сама менән Себер ханлығы территорияһына (хәҙерге Рәсәй Федерацияһының СвердловСвердловск, Силәбе, Төмән һәм Омск өлкәләренә, Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәләренә) тап килгән биләмәләр атамаһы булған. XVII быуат уртаһынан был топонимдың Мәскәү дәүләте контролдә тотҡан Уралдан алып Тымыҡ океанға тиклемге территорияны рус телендә билдәләү өсөн ҡулланылышы теркәлә (фиксируется). XVIII быуат башына Себер тигәндә Урал тауҙарынан көнбайыштағы (Көнгөр һәм Соликамск өйәҙҙәре, Вятка провинцияһы) территориялар күҙ алдына килә. Дөйөм самалап ҡабул иткәндә (примерное восприятие): «дәүләттең тарихи үҙәгенән көнсығышҡа табан аҙ үҙләштерелгән территориялар». XVIII йөҙ йыллыҡ аҙағына ғалим-географтар араһында Урал тауҙары Себерҙең, шулай уҡ империя европа һәм азия биләмәләренең көнбайыш сиге тигән консенсус оформился. 1780-се йылдарҙа Пермь губернияһының барлыҡҡа килеүе (сама менән — Рәсәй Федерацияһының хәҙерге Свердловск һәм Пермь өлкәләре территориялары) был мәсьәләгә буталсыҡ кереткән: Уралды тәбиғи сик итеп ҡабул итеү һаҡланған, ләкин Пермь һәм Тобольск губерналарының административ сиге шулай уҡ күмәк кешенең аңында айырым билдәләнә башлаған. Шулай, XIX быуаттың беренсе яртыһында сәйәхәтселәр һыу айырғыстағы Екатеринбургтан көнбайышҡа «Европа-Азия» билдәһе, ә губерналар сигендә торған административ берәмек билдәһе (символы) Рәсәй (метрополия) һәм Себер (окраина) араһындағы сик билдәһе тип ҡабул ителә. XIX быуат башында возникает деление Себерҙе Көнбайыш Себер һәм Көнсығыш Себер генерал-губернаторлыҡтарына бүлеү барлыҡҡа килгән, һәм был Көнсығыш һәм Көнбайыш Себер образдары популяр практикаһында нығынған. Әммә шул уҡ быуат уртаһында был субрегиондарҙың ҡабул ителгән сиктәре лә хәҙерге заман кешеһе өсөн ғәҙәттән тыш һымаҡ: Себерҙең Көнбайышы — Себер ҡырғыҙҙары өлкәһе (хәҙерге Ҡаҙағстандың көнсығышын, төньяғын, көньяғын һәм үҙәген биләгән тышҡы идаралыҡтың административ берәмеге), ә Себерҙең Көнсығышы — Чукотка, Камчатка һәм Яҡутстан биләмәләре.
 
Себерҙе күҙ алдына килтереү етди үҙгәрештәр Рәсәй империяһының азия өлөшөндә формалашҡан яңы регион образдары менән бәйле: Амур йылғаһы буйы һәм Уссурийск крайы ҡушылғас, совет ваҡытында уның бер өлөшө булған Төньяҡ-Көнсығыш Себерҙең һәм Яҡутстандың элекке территорияларын Алыҫ Көнсығыш тип атай башлағандар; Пермь һәм Ырымбур (Өфө) губерналарының иҡтисади үҫеше XIX—XX быуаттар сигендә (рубежында) Урал регионы формалашыуға килтергән. 1920-се йылдарҙа дөйөм Себерҙе һәм элекке Рәсәй империяһының азия өлөшөн хәҙергесә күҙ алдына баҫтырыуҙың контурына нигеҙ һалынған: Урал өлкәһе бөтөн Обь йылғаһының түбәнге өлөшөн һәм Иртыш уртаһы буйын (өлкәнең сиктәре хәҙерге Урал федераль округының контурына яҡын) биләгән. Себер крайы Омскиҙан алып Байҡал арты административ территорияларында (уның контурҙары хәҙерге Себер федераль округына оҡшаған) формалашҡан. Себер өлкәләренән айырым булған Ҡаҙаҡ автономияһы барлыҡҡа килеүе уның эсенә ингән территорияларҙы географик ысынбарлыҡ итеп ҡабул итеүҙе талап иткән. Һуңғараҡ совет практикаһы (1930-80-се йй.) башҡасараҡ сиктәр менән эш иткән: ул моментҡа көнсығышта формалашҡан Урал образы тик Свердлов (1934, 1938) һәм Ҡурған өлкәләрен генә үҙ эсенә индергән (1943), Себерҙе Көнбайыш һәм Көнсығыш өлөштәргә бүлеү кире ҡайтҡан, Яҡутстан статусы ғына бәхәсле булып ҡалған. Бындай бүлеү ярым рәсми, сөнки, бер яҡтан, был илде иҡтисади райондарға бүлеүҙә сағылған һәм мәктәптә шулай тип уҡытылған, ләкин, икенсе яҡтан, бөтөн бюрократик практикаға мотлаҡ тәьҫир ҙә итмәгән.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Себер» битенән алынған