Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
79 юл:
Халыҡ армияһының артабанғы уңышһыҙлыҡтарында төп ролде [[Каппель Владимир Оскарович|В. О. Каппел]]дең Волгалағы беренсе уңыштарында, Комуч контроле аҫтында бик күп территориялар булыуына ҡарамаҫтан, Комучтың эсер етәкселеге әҙерләгән резервтарҙың бөтөнләй булмауы уйнай.
 
Комучтың абруйы төшөүе айҡанлы Халыҡ армияһында индерелә башланған корпус системаһы ла мобилизация сараларының һәләкәткә осрауы арҡаһында юҡҡа сыға. Бигерәк тә Волга буйы эшсе синыф позициялары килешә алмаҫлыҡ була. Мәҫәлән, Һамар оҫтаханалары депоһы мастеровойҙары һәм эшселәре дөйөм йыйылышы ҡарарын хәбәр итә: {{цитата|Протестовать против этой мобилизации и требовать от членов Учредительного собрания прекращения братоубийственной войны…<ref>Каппель и каппелевцы. 2-е изд., испр. и доп. — М.: НП «Посев», 2007. — ISBN 978-5-85824-174-4 — С. 641.</ref>}}
 
1918 йылдың 6 июлдәиюлендә Һамарҙа протест белдергән тимер юлсыларының ҙур митингы үтә, уларҙың Комучҡа карата нәфрәттәре шул тиклем көслө була, хатта ҡаланың коменданты ғәскәрҙәрҙе саҡыртырға мәжбүр була.
 
Мобилизация иғлан иткәндән һуң Комучтың эсер етәкселеге элекке крәҫтиәндәргә таяныу идеяһына кире ҡайта. Крәҫтиәндәрҙе Комуч тирәһендә туплау һәм мобилизацияны уңышлы үткәреү өсөн хөкүмәт ауыл сходтарын, улус һәм өйәҙ крәҫтиән съездарын үткәреүен ойоштора. Һөҙөмтәләре эсерҙар өсөн шаҡ ҡатырғыс була: крәҫтиәндәр [[Рәсәйҙә Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышындаһуғышы]]нда ҡатнашырға теләмәй, сходтар новобранецтарҙы армияға бирмәҫкә, хатта, һуғыш алып барыу өсөн булһа, налогтарҙы ла түләмәҫкә ҡарар сығаралар. Мобилизацияланған эшселәр һәм крәҫтиәндәр большевиктарға ҡаршы һуғышырға теләмәйҙәртеләмәй, һәр уңайлы осраҡты файҙаланып, ҡасыу яғын ҡарайҙар, үҙ офицерҙарын бәйләп, ҡыҙылдарға әсирлеккә биреләләр. Армияла асыҡ баш бирмәү осраҡтары арта. 8 сентябрҙә Һамарҙа урынлашҡан ике полк фронтҡа сығыуҙан баш тарта. Уларҙы баҫтырыу өсөн 3 броневик, пулемет командаһын һәм кавалерияны саҡыртырға тура килә — [[Һалдат|һалдаттар]] атылыу хәүефе аҫтында ғына ҡоралдарын һалырға мәжбүр булалар. 18 сентябрҙә, атыу ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, ғәскәрҙәрҙең бөтөн эшелоны сығыуҙан баш тарта. Йыш ҡына Һамарҙа фатирҙа торған 14-се Өфө полкында дезертирлыҡ өсөн атылыу тураһында хәбәрҙәр була, полкта большевистик агитацияһының осраҡтары йыш күҙәтелә. Айырым ҡанһыҙлыҡ менән, нигеҙҙә эшселәрҙән торған, 3-сө Һамар полкының сығышы баҫтырыла, был полкта һәм 1-се Георгий батальонында гауптвахтанан дезертирлыҡ өсөн ҡулға алынған әсирҙәрҙе уңышһыҙ ҡотҡарыу ойошторолған була. Был осорҙа ҡалала булған генерал С. Н. Люпов иҫләүенсә, сафтан һәр өсөнсө кеше атылған ; һуңғараҡ бында фронтҡа сығыуҙан баш тартҡан 900 новобранецтар атып үлтерелә.
 
1918 йылдың сентяберендә Комуч Халыҡ армияны көсәйтелгән [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы|Ҡыҙыл армияның Көнсығыш фронтынан]] бер нисә тапҡыр еңелә.