Әхмәтзәки Вәлиди Туған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
192 юл:
 
=== Эмиграцияла ===
1923 йылдың 21 февралендә көрәштәше [[Абдулҡадир Инан]] менән бергә [[Ашхабад]] ҡалаһынан [[Иран]]ға юллана. Шул уҡ йылдың марттында ][[Мәшһәд]] ҡалаһында [[СССР]] консуллығында яҡташы дипломат [[Кәрим Хәкимов]] менән осраша, ҡала китапханаһында урта быуаттағы ғәрәп сәйәхәтселәре [[Ибн Фаҙлан]] һәм Әбү Дулаф, географ Ибн әл-Фаҡиһ ҡулъяҙмаларына юлыға. Апрелдә — [[Афғанстан]]ға бара, уның етәксеһе Аманулла хан үтенесе буйынса мәғариф һәм ғилми тәшкиләт мәсьәләләренә бәйләнешле рапорт яҙа, [[Ҡабул]] университетын ойоштороу проектын төҙөй; сентябрҙә — [[Һиндостан]]ға юл тота.
 
1923 йылдың ноябрендә тәүге тапҡыр [[Төркиә]]гə килә, шул уҡ йылдың декабрендә — [[Франция]]ла була һәм [[Париж]]да шәрҡиәтсе француз ғалимдары (Поль Пеллио, Габриэль Фрад, Е. Блоше һәм башҡалар) менән осраша. 1924 йылдың февраленән башлап [[Германия]]ла йəшəй һәм [[Берлин]]да күп кенә ғалимдар (Э. Захау, Т. Нельдеке, А. Мордман, Ф. Мюллер, Фон Ленок, И. Маркверт һәм башҡалар) менән таныша.