Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
69 юл:
Шулай итеп, [[1918 йыл|1918 йылдың]] авгусына «Учредителдәр йыйылышы территорияһы» көнбайыштан көнсығышҡа 750 саҡрымға һуҙылған (Сызрандән [[Златоуст|Златоустҡа]] тиклем, төньяҡтан көньяҡҡа — 500 саҡрым (Семберҙән Вольскиға тиклем) йәйелә. Комучтың власы, [[Һамар губернаһы|Һамар]], Һарытау (өлөшө), Сембер, [[Ҡазан губернаһы|Ҡазан]] һәм [[Өфө губернаһы|Өфө губерна]]ларына тарала, уның хакмлығын [[Ырымбур]] һәм Урал казаклыҡтары ла таный.
 
Шулай уҡ Комуч Һамарға Әлихан Букәйханов һәм Мостафа Шоҡай етәкселегендәге ҡаҙаҡ "«Алаш-урҙа"»ның вәкилдәрен саҡыра һәм улар менән ҡыҙылдарға ҡаршы хәрби-сәйәси союз төҙөй.
 
Комуч үҙенә лояль булған хәрби көстәргә таянып түбәнге сараларҙы үткәрә: рәсми рәүештә 8-сәғәтлек эш көнө билдәләнә, эшселәр йыйылыштары һәм крәҫтиәндәр сходтары рөхсәт ителә, фабрика-завод комитеттары һәм профсоюздар һаҡланып ҡала. Комуч бөтә совет декреттарын юҡҡа сығара, заводтар, фабрикалар һәм банктарҙы хужаларына кире ҡайтара, шәхси эшҡыуарлыҡтың азатлығын иғлан итә, земстволарҙы, ҡала думаларын һәм башҡа советтарға тиклемге учреждениеларҙы тергеҙә. Аҡ һәм ҡыҙыл идеологик ҡараштар араһында икеләнеү арҡаһында Комуч ҡапма-ҡаршылыҡлы ҡарарҙар сығара: ерҙе национализациялау тураһында иғлан итә, шул уҡ ваҡытта ер хужаларына крәҫтиәндәр файҙаһына тартып алынған үҙҙәренең элекке биләмәләрен ҡайтарып алырға, хатта 1917 йылғы уңышты йыйып алырға, мөмкинлек бирә. Ауыл райондарына ер хужаларының һәм хәлле крәҫтиәндәрҙең (совет терминологияһында — кулактар) милеген яҡлау, шулай уҡ рекрут йыйыу, һуңынан Халыҡ армияһына ирҙәрҙе мобилизациялау өсөн хәрбиләшкән экспедициялар юллай.