Әхмәтзәки Вәлиди Туған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
180 юл:
1918 йылдың ғинуарында Эске Рəсəй һəм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы депутаты булараҡ, «берҙəм төрки-татар миллəте» идеяһын тəнҡитләй һәм «Урал-Волга штаты»н ойоштороуға ҡаршы сыға. Ырымбур казак ғəскəре хөкүмəте менән хеҙмəттəшлек итеүҙə ғəйеплəнеп, Ырымбур губерна хəрби-революцион комитеты рəйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса 1918 йылдың февралендә большевиктар тарафынан Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди, ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1918 йылдың апрелендә Ырымбур казактарының һәм башҡорт отрядтарының һөжүме ваҡытында Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла.
 
1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем [[Башҡорт хəрби шураһы]] рəйесе, [[Башҡорт армияһы|Башҡорт ғәскәре]] командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең [[Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты|Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты]] (КОМУЧ) һəм ''Ваҡытлы Себер хөкүмəте'' менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентяберендә Өфөлә уҙғарылған [[Өфө дәүләт кәңәшмәһе|Дәүләт кәңәшмәһендә]] ҡатнаша, унда [[Өфө директорияһы]] исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың нояберендә [[А. В. Колчак]]тың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.
[[Файл:БашкортГазета.jpg|250px|thumb|[[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт»]] гәзитенең титул бите]]
Башҡортостан автономияһының РСФСР составына инеүе тураһында [[Ленин Владимир Ильич|В. И. Ленин]] һəм [[Сталин Иосиф Виссарионович|И. В. Сталин]] менән һөйлəшеүҙəрҙе ойоштора. 1919 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт ғəскəрҙəренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуына етəкселек итə һәм 1‑се [[Бөтə башҡорт хəрби съезы]]нда ойошторолған [[Башҡортостан хəрби-революцион комитеты]]ның Рəйес урынбаҫары һəм республикаһының Хəрби эштəре буйынса халыҡ комиссары итеп һайлана. 1919 йылдың 20 мартындағы «[[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү]]» тексын төҙөүҙə ҡатнаша һәм Мәскәүҙә [[В. И. Ленин]] һәм [[И. В. Сталин]] менән осраша.