Әхмәтзәки Вәлиди Туған: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
159 юл:
=== Милли хәрәкәттә ===
[[Файл:Big Bashkiriya - ru.svg|300px|thumb|left|Әхмәтзәки Вәлиди төҙөгән Башкортостандың картаһы (репродукция)]]
1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә [[Ташкент]] ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында [[Мәскәү]]ҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм [[Башҡорт өлкəөлкә бюроһы]] ағзаһы булып китә. [[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт»]] гәзитенең тәүге һанында Вәлидинең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға<ref>{{книга
| автор =
| заглавие = А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. /Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов
180 юл:
1918 йылдың ғинуарында Эске Рəсəй һəм Себер төрки-татар мосолмандарының милли йыйылышы депутаты булараҡ, «берҙəм төрки-татар миллəте» идеяһын тəнҡитләй һәм «Урал-Волга штаты»н ойоштороуға ҡаршы сыға. Ырымбур казак ғəскəре хөкүмəте менән хеҙмəттəшлек итеүҙə ғəйеплəнеп, Ырымбур губерна хəрби-революцион комитеты рəйесе С. М. Цвиллинг бойороғо буйынса 1918 йылдың февралендә большевиктар тарафынан Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди, ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1918 йылдың апрелендә Ырымбур казактарының һәм башҡорт отрядтарының һөжүме ваҡытында Башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла.
 
1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем [[Башҡорт хəрби шураһы]] рəйесе, [[Башҡорт армияһы|Башҡорт ғәскәре]] командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең ''[[Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты]] (КОМУЧ)'' һəм ''Ваҡытлы Себер хөкүмəте'' менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентяберендә Өфөлә уҙғарылған [[Өфө дәүләт кәңәшмәһе|Дәүләт кәңәшмәһендә]] ҡатнаша, унда ''[[Өфө директорияһы'']] исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың нояберендә [[А. В. КолчактыңКолчак]]тың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.
[[Файл:БашкортГазета.jpg|250px|thumb|[[Башҡорт (гәзит)|«Башҡорт»]] гәзитенең титул бите]]
Башҡортостан автономияһының РСФСР составына инеүе тураһында [[Ленин Владимир Ильич|В. И. Ленин]] һəм [[Сталин Иосиф Виссарионович|И. В. Сталин]] менән һөйлəшеүҙəрҙе ойоштора. 1919 йылдың февралендә Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт ғəскəрҙəренең Ҡыҙыл Армия яғына сығыуына етəкселек итə һәм 1‑се [[Бөтə башҡорт хəрби съезы]]нда ойошторолған [[Башҡортостан хəрби-революцион комитеты]]ның Рəйес урынбаҫары һəм республикаһының Хəрби эштəре буйынса халыҡ комиссары итеп һайлана. 1919 йылдың 20 мартындағы «[[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү]]» тексын төҙөүҙə ҡатнаша һәм Мәскәүҙә [[В. И. Ленин]] һәм [[И. В. Сталин]] менән осраша.
 
1919 йылдың апреленән алып [[Башҡорт АССР-ы]]ның Хəрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Яҙын-көҙөн [[Һамар]], [[Саранск]] һəм [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаларында Ҡыҙыл Армияла башҡорт ғəскəри частарын ойоштороу менән шөғөллəнə. «Ирек» башҡорт социал партияһын төҙөүҙә ҡатнаша. 1919—1920 йылдарының ҡышында Башҡортостан хəрби-революцион комитеты менән [[РКП(б)‑ның Башҡортостан өлкə комитеты]] араһындағы бәхәс арҡаһында автономияла килеп тыуған сəйəси көрсөк ваҡытында Мəскəүҙə була, бында Әхмәтзәки Вәлиди ''Татар-Башҡорт Совет Республикаһын'' тергеҙеү идеяһына ҡаршы сыға, В. И. Ленинға ''Ҡырғыҙ-Башҡорт Совет Республикаһы'' проектын тəҡдим итə.
188 юл:
1920 йылдың февралендә Башҡортостан хəрби-революцион комитеты рəйесе итеп тəғəйенлəнə. Шул уҡ йылдың апрелендә Бөтə Рəсəй ғəҙəттəн тыш комиссияһы рəйесе Ф. Э. Дзержинский талабы буйынса Мəскəүгə РКП(б)-ның Үҙәк комитетына саҡырыла. 1920 йылдың 19 майында Мәскәү үҙәк властары бер яҡлы ҡабул иткəн ''«Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дəүлəт ҡоролошо тураһында»'' ҡарары менән риза булмауын белдерə һәм башҡа хөкүмәт ағзалары менән берлектә отставкаға китә.
 
1920 йылдың июнендə тәүҙә Баҡыға[[Баҡы]]ға, ә артабан Урта Азияға юл тота. Шул уҡ йылдың сентяберендә Вәлиди Рәсәй хөкүмәте етəкселəре В. И. Ленин, И. В. Сталин, Л. Д. Троцкий һəм А. И. Рыковҡа большевиктарҙың бөйөк державасылыҡ сəйəсəтен фашлаған хат ебəрə. Урта Азияла ул баҫмасылыҡ хәрәкәтенең идеологтарының береһенə əүерелə, 1921 йылда июлендə Төркөстан милли федерацияһы үҙәк комитетының рəйесе итеп һайлана. 1923 йылдың февралендә атаҡлы «В. И. Ленинға хаты» һәм «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты» яҙа.
{{Викикитапхана|Башҡорт халҡына хушлашыу хаты|Әхмәтзәки Вәлидинең «Башҡорт халҡына хушлашыу хаты»}}