Һөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы: өлгөләр араһындағы айырма

совет һәм Рәсәй ғалимы, ғәрәп тел белгесе
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Суяргулов, Нурмухамет Алибаевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

15:42, 20 октябрь 2017 өлгөһө

Һөйәрғолов  Нурмөхәмәт Әлибай улы (9 февраль 1937(19370209)

Суяргулов Нурмухамет Алибаевич
Тыуған көнө

9 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (87 йәш)

Тыуған урыны

д. Кабакушево Стерлибашевский район, БАССР)

Ил

СССР, Россия

Ғилми даирәһе

лингвистика

Эшләгән урыны

(Стерлитамакская государственная педагогическая академия имени Зайнаб Биишевой

Альма-матер

Башкирский сельскохозяйственный институт

Ниндәй өлкәлә танылған

лингвист

Награда һәм премиялары

Государственная премия РБ им. Салавата Юлаева (1994).

, БАССР, Стәрлебаш районы, Ҡабаҡош ауылы) — совет һәм Рәсәй ғалимы, лингвист-арабист.

Биографияһы

Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улы 1937 йылдың 9 февралендә БАССР-ҙың Стәрлебаш районының Ҡабаҡош ауылында тыуған.

1945 йылда Ҡабаҡош башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, 5, 6 кластарҙы Табылды  ете йыллыҡ мәктәптә, 7 класты Ҡарағош мәктәбендә тамамлай (өлгөлө билдәләре менән). 

1952 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт республика  физик культура техникумына (БРТФК) уҡырға инә , 1955 йылда физкультура уҡытыусыһы һөнәре буйынса тамамлай; Күмертау ҡалаһындағы "Шахтер" балалар спорт йәмғиәтенә физкультура инструкторы итеп тәғәйенләнә.

Техникумда спорт уйындары (волейбол, баскетбол), саңғы, атыу һәм йөҙөү спорты менән шөғөлләнә.

Башҡортостандың йөҙөү буйынса чемпионы һәм рекордсыһы (1954), Куйбышев (1955), Туапсе (1956), Краснодар (1960) ҡалаларындағы һәм СССР-ҙың Ҡораллы көстәре (Ташкент, 1957) Рәсәй беренселеге призеры.

1966 йылда Стәрлетамаҡ киске машиналар төҙөү техникумын    техник-электрик (ЭППУ бүлеге) һөнәре буйынса тамамлай.

1978 йылда (ситтән тороп) Башҡорт ауыл хужалығы институтының механик факультетын инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай.

Педагогия һөнәре буйынса эш стажы - 28 йыл, инженер һөнәре буйынса - 29: өлкән инжнер-электрик, баш энергетик, баш инженер, "Агропромэнерго" директоры.

Шулай уҡ әҙәбиәт хеҙмәткәре булып Стәрлебаш районы "Ленин юлы" гәзитендә һәм Стәрлетамаҡ районы "Коммунизм байрағы" гәзитендә эшләне.  

Совет армияһында (1956-1959) Төркөстан хәрби округында (Туркво) хеҙмәт итә, хәрби һөнәре - топограф-геодезист.Хеҙмәт ҡушыуы буйынса альпинизм менән шөғөлләнә. Памир һәм Тянь-шань тауҙарының түбәләренә менә.

Совет Армияһында хеҙмәтен үтәгәндә Афғанстан менән бәйле (1959) бер нисә махсус задание башҡара.   Өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡыр хәрби часть командованиеһы тарафынан бүләкләнә, КПСС ағзаһына кандидат итеп ҡабул ителә.

1973-74 йылдарҙа  - Сәмәркәнд юғары танк командалыҡ  училищеһының (СВТКУ) бүлеге начальнигы. 

Ғәрәп теле менән 5 йәшенән атаһы етәкселегендә шөғөлләнә башлай. 10 йәшендә оригиналда Ҡөрьәнде 7 тапҡыр уҡып сыға. Дамаскиҙа (Сүрия) Ислам университетында белем ала - уҡыу, имтихандар, имам һәм ғәрәп теле уҡытыусыһы сертификаты (1993). Иордан университетында  (Амман, 1995) стажировка үтә. 1992 йылдын 2006 йылға тиклем Ишембай ҡалаһындағы 2-се һанлы Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт Республика гимназия-интернатында ғәрәп телен уҡыта.

Башҡортостан республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (тәржемә һәм ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер итеү  өсөн (Мәскәү, 1994), Башҡортостан Республикаһының  мәғариф отличнигы (1997), филология фәндәре кандидаты (2004)   Ҡөрьәнде филология яҡтан тикшергәне өсөн. Күп баҫмалар авторы, шул иҫәптән: "Ғәрәп теленән дәреслек", "Ғәрәп теленең грамматикаһы", "Ҡөрьәнде нисек уҡырға", "Сәғүд көндәлеге", "Ике изгелек  ерендә", "Европала Ҡөрьәнде өйрәнеү һәм Ҡөрьәндең башҡортса  тәржемәһе" - диссертацияһы темаһы, "Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн ғәрәп теле буйынса программа"; шулай уҡ "Башҡорт телендәге ғәрәп, фарсы алынмаларыһүҙлеге! нең редакторы һәм төҙөүсеһе.

Ике тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылды (2006, 2009). Һуңғы эш урыны: Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһының сит ил телдәре кафедраһы доцентысит телдәр кафедраһы доценты (хәҙер БДУ-ның  Стәрлетамаҡ филиалы), 2006-2012 йылдар.

Баҫмалары

Европейская коранистика и башкирский перевод Корана. — Уфа:Башкирский гос. университет. 2003ISBN/ISSN 5747709380

Һылтанмалар

http://encycl.bash-portal.ru/suiar_n.htm

Иҫкәрмәләр