Хәҙисә бинт Хүвәйлид: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
13 юл:
Ғаиләлә алты бала донъяға килә. Ҡыҙҙары Фатима, Өммөгөлсөм, Зәйнәб һәм Руҡайя. Ике улдары — Ҡасим менән Ғабдулла сабый сағында уҡ мәңгелек донъяға күсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҙ балалары ла ҡыҫҡа ғүмерле була һәм бары тик Фатима, атаһынан һуң бер нисә генә айға ҡалып, фаныйлыҡтан үтә.
 
== Хәҙисә р.ғ. - тәүге мөслимә ==
Рәсүлебеҙгә үәхий (откровение) иңә башлауҙың тәүге шаһиты ла, уға Ислам таратыуҙа тәүге ярҙамсы һәм арҡалаш та була Хәҙисә Инәбеҙ.Иң беренсе булып Пәйғәмбәребеҙгә иңдерелгән динде Хәҙисә Инәбеҙ ҡабул итә һәм артабан вафатына тиклем ошо ауыр вазифаны үтәүҙә иң яҡын арҡалашы ла, байлығы менән ярҙам итеүсе лә була. Пәйғәмбәрҙе төрлөсә ҡыйырһытҡан саҡта Хәҙисә Инәбеҙ иренең бар ғазаптарын бергә күтәрешә, кәңәшсеһе лә була, хатта буп-буш ҡалған тауар келәттәренә бер саҡ барып ингәс, Пәйғәмбәребеҙҙе йыуатыр йылы һүҙен дә таба.