Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
}}
 
'''Ихин Ҡәйүм Ғимазетдин улы''' ([[1931 йыл]]дың 5 мартында тыуған) — "«Башнефть"» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығында вышка монтажлау цехы бригадиры. [[Социалистик Хеҙмәт Геройы]]. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976). СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1981).
РСФСР-ҙың унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1980—1985).
 
39 юл:
 
Белеме — тулы булмаған урта.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1945 йылда [[Туймазы районы]]ның «Ҡыҙыл байраҡ» колхозында башлай. 1952 йылда Октябрьский ҡалаһында 28-се һанлы фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлағандан һуң, «Туймазабурнефть» тресының № 1, № 3 быраулау контораһында вышка монтажлаусы булып эшләй. 1954—1957 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлағас, «Туймазабурнефть» тресының 3-сө быраулау контораһына әйләнеп ҡайта. 1959 йылдың мартында «Башнефть» производство берекмәһенең Нефтекама быраулау эштәре идаралығы вышка монтажлау цехына бригадир итеп күсерелә.
 
Ҡ. Ғ. Ихин етәкләгән бригада ете йыллыҡ планды (1959—1965) 108,8 процентҡа үтәй, яҡшы һәм бик яҡшы эш сифаты менән 250 урынына 272 быраулау скважинаһы төҙөй. Вышка төҙөүҙең индустриаль ысулдарын һәм эш ойоштороуҙың яңы ысулдарын файҙаланып, 1964 йылда коллектив, республиканың быраулау предприятиелары вышка төҙөүҙә өлгәшкән максималь кимәл менән сағыштырғанда, хеҙмәт етештереүсәнлеген 34 процентҡа арттыра. Ҡ. Ғ. Ихин бригадаһы 14 кеше составында БУ-75БРЭ тибындағы 67 быраулау ҡоролмалары төҙөй һәм монтажлай, Советтар Союзының вышка монтажлаусылары араһында иң юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта 70987 һум аҡса экономиялана.