Шиһабетдин Мәржәни: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎top: clean up, replaced: Имзаһы → Ҡултамғаһы using AWB
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
[[1843 йыл]]да Шиһабетдин [[Сәмәрҡәнд]]кә килеп, «Шердар» мәҙрәсәһендә уҡый, тирә-йүн ауылдарға сығып, балалар уҡыта, халык менән аралаша. Ике йылдан Бохарага яңынан әйләнеп ҡайта һәм ул ваҡытта ук яҡшы танылған «Мир гарәп» мәҙрәсәһендә белемен йәнә тәрәнәйтә.
 
[[1848 йыл]]да туған яҡтарына әйләнеп ҡайта, [[Ҡазан]]дың беренсе мәсетендә имам (мулла) булып тора һәм уның янындағы мәҙрәсәлә балалар уҡыта. Ғүмеренең аҙағына ҡәҙәр шунда эшләй: руханилык, педагогика һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен бергә үтәп бара. Шул йылдарҙа уның Ҡәйүм Насыйри, үҙенең уҡыусыһы булып, ҙур ғалим дәрәжәһенә ирешкән Хөсәйен Фәйезхановтар менән аралашыуы мәғлүм. Мәржәни В. Радлов, А. Казембек, И. Готвальд, В. Вельяминов-Зернов һәм башка профессорҙар менән дә хеҙмәттәшлек итә. [[Ҡазан университеты]]нда уҙғарыла торған ғилми сараларҙа ҡатнаша. Уның археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендә ағза булып тороуы ла билдәле. [[1877 йыл]]да ошо йәмғиәттең IV Бөтөн Рәсәй ҡоролтайы уҙғарыла. Мәржәни был мәртәбәле мәжлестә татар телендә доклад яһай. Университет ғалимы В. В. Радлов уны [[урыҫ теле]]нә тәржемә итеп аңлата. Был доклад һәр ике телдә IV археология съезы материалдары араһында [[1884 йыл]]да «Труды IV археологического съезда в Казани» тигән йыйынтыҡта Ҡазанда баҫыла. Шулай ук Шиһабетдин Мәржәниҙең [[1879 йыл|1879]]-[[1880 йыл]]дарҙа [[ИстамбулИстанбул]] аша Ғәрәбстанга [[хаж]]ға барыуы билдәле. Уның был сәфәрҙә күргән-кисергәндәре «Рихләтел-Мәржәни» («Мәржәни сәйәхәте») исеме менән [[Ризаитдин Фәхретдинов|Ризаитдин Фәхретдин]] тарафынан баҫтырып та сығарыла.
 
Шиһабетдин Мәржәни — ғәйәт тәрән, төплө белемле зат. Ул татар, [[төрки телдәр]]енән тыш, [[ғәрәп теле|ғәрәп]], [[фарсы теле|фарсы телдәрен]] камил белә. Күп кенә хеҙмәттәрен ғәрәпсә яҙа.