Мысыр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
80 юл:
=== Хәҙерге тарих ===
[[Файл:Francois-Louis-Joseph Watteau 001.jpg|thumb|right|250px|''Пирамидалар янында яу'', Франсуа Луи-Жозеф Ватто һүрәте]]
[[1798]] йылда [[Наполеон Бонапарт]] етәкселегендә [[Француз республикаһы|француз]] ғәскәре Мысырҙы баҫып ала. Был кампанияның маҡсаты — [[Һиндостан]] өсөн [[Бөйөк Британия]] менән көрәш ваҡытында уңайлы плацдарм булдырыу була. Әммә төрөк, мәмлүк, британ көстәре [[1801]] йылда француздарҙы илдән ҡыуа. Бынан һуң илдә дүрт йыл дауамына анархия урынлаша, төрөктәр, мәмлүктәр һәм [[албандар]] хакимлыҡ өсөн көрәшә. Был тәртипһеҙлек ваҡытында ғосман солтаны тарафынан француздарға ҡаршы ебәрелгән албан полкы командиры [[Мөхәммәт Али паша|Мөхәммәт Али]] төп фигура булараҡ ҡалҡып сыға, [[1805]] йылда СтамбулИстанбул солтаны уны үҙенең Мысырҙағы пашаһы итеп тәғәйенләй. Ысынбарлыҡта иһә Мөхәммәт Али — амбициялы һәм булдыҡлы юлбашсы — етәкселекте тулыһынса үҙ ҡулына ала, Мысыр менән етәкселек иткән яңы династияға башланғыс бирә. Был династия башта үҙаллы, һуңынан Британияның баҫымы аҫтында [[1952]] йылғы революцияға тиклем Мысыр менән хакимлыҡ итә.
 
Мөхәммәт Али мәмлүктәрҙең ерен миллиләштереп, Мысырҙа етештерелгән тауарҙарҙың күпселегенә дәүләт монополияһын урынлаштыра. Ошо ваҡытта ул мамыҡ үҫтереү күләмен ҡырҡа арттыра, — АҠШ-та барған [[АҠШ-тағы Граждандар һуғышы|Граждандар һуғышы]] арҡаһында мамыҡтың хаҡы бик юғары була, — был Мысыр иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мысыр» битенән алынған