Әбелмәних Ҡарғалы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Әбелмәних Ҡарғалы''' (1782—1833)
Әбелмәних бине Ғәбделфәйез бине Ғәбдесәләм 1782 йылда Ырымбур Ҡарғалыһында тыуған. Олатаһы Ғәбдессәләм ахун таманында танылған шәхес, шағир булған. 1754—1755 йылдарҙағы восстание етәксеһе Батырша үҙенең батшаға яҙған хатында башҡорт халҡын көрәшкә саҡырыусы өндәмәне төҙөүгә бер ни тиклем илһамландырыусы булараҡ Ғәбдсссәләмдсң исемен телгә ала. Тәүге белемде Әбелмәних Ҡарғалы мәҙрәсәһендә, һуңыраҡ Урта Азияға китә һәм Бохаралағы Ныязҡолой Төркмәниҙең билдәле мәҙрәсәһендә белем ала, Көнсығыш культураһын, ғәрәп, фарсы телдәрен өйрәнә. 1815—1816 йылдарҙа [[Мәхмүт Йософ]] тигән берәүҙең етәкселегендә Төркиәгә барған илселектең секретары итеп билдәләнә. [[Истанбул|Стамбулда]] ике ай булғандан һуң, Әбелмәних Хиджазға, Ҡаһирәгә юллана, Мысыр солтаны Мөхәммәт Ғәли тарафынан ҡабул ителә. Мәккә, Мәҙинә ҡалаларында булғандан һуң, кире СтамбулИстанбул аша Бохараға, 1817—1818 йылдарҙа Ырымбур яҡтарына әйләнеп ҡайта. Сәйәхәттән алған тәьҫораттар нигеҙендә ул «Тәржемәи хажи Әбелмэних әл-Бистәүи әс-Сәғиди» китабын яҙа, уның биографияһына ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙең барыһы тип әйтерлек тик ошо китап аша билдәле. Ҡарғалыға ҡайтҡас, урындағы байҙарҙы («Хажи Мөхәммәт байға». «Ғөбәй байға») фашлаған шиғырҙар, Бүкәй урҙаһы Йыһангир ханға арналған мәдхиә һәм башҡа шиғырҙар яҙа, үкенескә ҡаршы, уның артабанғы тормошон асыҡлаған факттар юҡ дәрәжәһендә. Хатта шағирҙың вафат булыу ваҡыты һәм урыны хәҙергә тиклем бәхәсле булын ҡала.
 
Уның әҙәби мираҫы ла ваҡытында йыйылмаған һәм бергә тупланмаған. Бөгөнгө көндә ҡулъяҙмаларҙа һәм революцияға тиклем нәшер ителгән баҫмаларҙа дөйөм күләме 2 мең юлдан ашыуыраҡ егерме шиғыры билдәле. Әбелмәних Ҡарғалының иң күләмле «Тәржемәи хажи…» әҫәре Ҡазанда 1845, 1889 йылдарҙа баҫыла. Әҫәрҙең ҡулъяҙма текстарының береһе Р. Фәхретдинов коллекцияһында китапта, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең ғилми китапханаһында/р/б/3740/, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ҡулъяҙмалар бүлегендә /а/35/40/ һаҡлана.