Силәбе операцияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
22 юл:
Уңышлы тамамланған [[Златоуст операцияһы|Златоуст]] һәм [[Екатеринбург операцияһы|Екатеринбург]] операцияларынан һуң Ҡыҙыл армияһының 17 июлдә һөжүме башлана. Аҡ гвардиясылар ғәскәрҙәре ҡыҙылдарҙың һөжүмен [[Сыбаркүл (күл, Силәбе өлкәһе)|Сыбаркүл]] — Иртәш рубежыда тотҡарларға тырышалар, әммә [[20 июль|20 июлдә]] РККА-ның 5-се армияһы рубежды өҙөп үтә һәм [[Силәбе|Силәбегә]] һөжүмен башлай.
 
Аҡтарҙың планы буйынса, улар ғәскәрҙәрен үҙгәртеп ҡоралар һәм ҡыҙылдарҙы ҡалаға хәйлә менән алып инеү һәм шунда уларҙы ҡамау һәм тар-мар итеү өсө,н төп көстәрҙе Силәбе аръяғына йүнәлтәләр. [[24 июль|24 июлдә]] ҡыҙылдар Силәбегә инәләр, ә иртәгәһенә аҡтар контрһөжүмгә күсәләр. Аҡ ғәскәрҙәр ике төркөм менән һөжүм итә — төньяҡтан (С. Н. Войцеховский командованиеһы аҫтында, 20 мең кеше) һәм көньяҡтан (командующийы В. О. Каппель, 10 мең кеше). Войцеховский төркөмө [[Силәбе]] — [[Екатеринбург]] тимер юлын киҫеп үтә һәм 5-се армияның тылына сыға. Әммә ҡыҙылдарҙың 26-сы уҡсылар дивизияһы Каппель төркөмөнөң һөжүменән артҡа сигенмәй һәм ҡамауҙың ҡулсаһы ябылмай ҡала. 26-сы дивизия Каппелдең төркөмөн тотоп торған саҡта, 5-се армияның ҡалған частары үҙгәртеп ҡоролалар һәм 3-сө армия частары менән берлектә төньяҡтан килеп еткән Войцеховский төркөмөн ҡыйраталар. 4 августа 24-се уҡсылар дивизияһы партизандар менән берлектә Троицк ҡалаһын биләйҙәр, ә 5-се армияның төп көстәре Силәбенән 25 — 30 какм көнсығышыраҡ ятҡан рубежға сыға.
 
Уңышлы үткәрелгән операциянан һуң РККА-ның ғәскәрҙәре бөтә [[Урал]]ды биләйҙәр һәм [[Себер|Себергә,]] Төркөстанға һөжүм итеү мөмкинлеген алалар.