Сигачёв Владимир Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
{{Музыкант
|Имя = Владимир Сигачёв
Юл 18 ⟶ 17:
|Сотрудничество = Круиз (төркөм)
|Викисклад =
}}
}}'''Владимир Николаевич Сигачёв''' ([[19 март]]  [[1958 йыл]], [[Өфө]]<ref name="wait">[http://poisk.vid.ru/?p=10&code=FB6B7C0F-EAC2-4A10-86F8-ABD64502F645 История на сайте Жди меня]</ref> — 1993 йылдан һуң) — совет һәм  Рәсәй клавишасыһы, гитарасы, йырҙар авторы. «DDT» төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, «Небо и земля» төркөмөн  ойоштороусы.
 
== Биографияһы ==
Өфөлә ритм-энд-блюз уйнаған һәүәҫкәр командаларҙың береһендә клавишасы булып сығыш яһай башлай.  1980  йылда «DDT» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе була <ref>{{Статья|автор=|заглавие=Интервью с Владимиром Сигачевым|ссылка=|язык=|издание=УРлайт|тип=|год=1989|месяц=|число=|том=|номер=3|страницы=|issn=}}</ref>. Сигачев ДДТ-ла 1987 йылға тиклем уйнай, 1983 йылда ҡыҫҡа ғына ваҡыт  «Круиз» төркөмөндә уйнап ала.
 
Музыкаль журналист Андрей Бурлака яҙыуынса,  «DDT-ның Өфө осоронда Володяның роле баһалап бөткөһөҙ:  аранжировкаларҙың күбеһе, музыканың бер өлөшө һәм ҡйһы бер текстар уныҡы <…> DDT-ның башланғыс осоро альбомдарына Сигачёвтың „Рыба“, „Три кошки“, „Псалм“, „Привет М.“ тигән номерҙары ингән, шуларҙа уның характерлы хард-рок  клавишалы һәм фьюжн яғына тартҡан аранжировкалы стиле төҫмөрләнә»<ref>Андрей Бурлака [http://www.rock-n-roll.ru/show.php?file=encyclopedia/%D0%9D/%D0%9D%D0%95%D0%91%D0%9E%20%D0%98%20%D0%97%D0%95%D0%9C%D0%9B%D0%AF НЕБО И ЗЕМЛЯ] // rock-n-roll.ru</ref>.
 
1985 йылда властарҙың баҫымы аҫтында «ДДТ» [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Башҡортостандан]]  китергә мәжбүр була. [[Шевчук Юрий Юлианович|Шевчук]] — бөтөнләйгә [[Мәскәү]]гә китеп төпләнергә,  ә Сигачёв [[Санкт-Петербург|Ленинградҡа]] йыйына. Әммә киреһенсә килеп сыға: Сигачёв Мәскәү ҡыҙына өйләнә лә 1987 йылда баш ҡалаға күсеп китә.  
 
Ленинградтың «Россияне» төркөмөнөң концерт-мемориалында, Подольск фестивалендә ҡатнаша. Подольск фестивалендә Сигачёвтың  DDT-лағы һуңғы сығышы була<ref>А. Кушнир. [http://www.rockanet.ru/100/58.phtml Группа «ДДТ» / 100 МАГНИТОАЛЬБОМОВ СОВЕТСКОГО РОКА]</ref>.
 
Мәскәүҙә Сигачёв Сергей Рыженко менән осраша, ул үҙенең элекке  «Футбол» төркөмөн терелтергә йыйынып йөрөгән була. Сигачёв «Небо и земля» тигән үҙ проектын аса. Төркөм составына   Сигачёвтың  үҙенән тыш (ул клавишасынан ирекле вокалсыға әүерелә) «"Футбол»"дың элекке бассыһы Сергей Шорохов, барабансы Андрей Кобец («Футбол» тарҡалыр алдынан унда уйнаған була) һәм «Магнит» төркөмө гитарасыһы Борис Шапиро инә. Һуңыраҡ төркөмгә тағы бер гитарасы Александр Фурунжиев-Куинджи ҡушыла. Ошо составта төркөмдөң һуңғы альбомы «Музыка Ха-Ба» яҙҙырыла.
 
1990 йылдың 14 ғинуарында  Череповецта «Рок-акустика» фестивалендә ҡатнаша<ref>[http://antipunk.org/rok-akustika-90-cherepovec-dk-stroitelej-12%E2%80%9314-yanvarya-1990/ Рок-Акустика-90 | Череповец, ДК Строителей, 12–1412-14 января 1990 . Скачать . Панк и панк-рок музыка]</ref>.
 
Дәлилләнмәгән мәғлүмәттәр буйынса, 1991 йылда  [[Нидерланд|Голландияға]]  китә,  1993 йылда ҡабат Мәскәүгә әйләнеп ҡайта. 
 
[[1993 йыл]]дан  һуң Владимир Сигачёв тураһында  аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Элекке ҡатыны рәссам  Татьяна Либермандың Мәскәүҙәге  Чапаев тыҡрығындағы фатирында пропискала тора.  Уның әйтеүенсә, Владимир фатир  пропискаһынан төшмәгән, әммә бәйләнештә лә тормаған.
 
«Алиби»  төркөмөнән Сергей Поповтың шаһитлыҡ итеүенсә, Сигачёвты ул һуңғы тапҡыр 1992 йылда теге Дубнаға килгәндә күргән.  Шунан һуң  Сигачёв юғала. Версияларҙың береһе буйынса,  бандиттарҙың аҡсаһына сығарылып, әжере ҡайтмаған альбом өсөн үлтерелгән. «Небо и Земля» төркөмөнөң барабансыһы Андрей «Пиф» Кобец һөйләүенсә,  Сигачёв, кемдәндер ҡасып, аҙна буйы ул йәшәгән күп фатирлы йорттоң сарҙағында ятҡан, төндәрен уға шунда ашарға ташығандар<ref>[http://bigbeet67.livejournal.com/7435.html bigbeet67 Володя Сигачев и группа НЕБО и ЗЕМЛЯ]</ref><ref>[http://ufa.aif.ru/issues/757/3_1 Рустэм Асанбаев: «Нового музыкального пророка в кризис не ждите»] // «АиФ Башкортостан», № 26 (757) от 24 июня 2009 г.</ref>
 
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул  [[Мәскәү]]ҙә  сама менән   [[2001 йыл]]да  үлгән.
 
«Жди меня» программаһының сайтында уның тураһындағы    736077-се  үтенес аҫтында  «Табылды» тигән билдә тора.
 
== Дискографияһы ==
''DDT''
* 1981 —  ДДТ-1
* 1982 — Свинья на радуге
* 1983 —  Компромисс
* 1985 —  Время (Иван Иванович Умер)
''Небо и Земля''
* 1987 —  Шесть часов вечера
* 1988 —  Искусственные органы
* 1989 —  Панки по жизни
* 1989 —  Музыка Ха-Ба
 
== Иҫкәрмәләр ==