Бөйөк Себер Боҙ походы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл:
== Башҡорттар Бөйөк Себер Боҙ походында ==
 
Граждандар һуғышының тарихын өйрәнеү өсөн шул осорҙағы сәйәси көстәрҙең эшмәкәрлеген өйрәнеү кәрәк. [[1922 йыл]]да V Бөтә Башҡорт партконференцияһы үҙенең "«Милли көрәш һәм Вәлидов тураһында» "исемле өндәмәһендә [[Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы|Әхмәтзәки Вәлиди]]гә контрреволюционер мөһөрөн таға. 1926 йылда партияның Башҡорт обкомы ҡабул иткән тезистарға ярашлы («Башҡорт хәрәкәтенең характеристикаһы») 1917 йылдың февраленән октябрь айына тиклем башҡорт хәрәкәте ыңғай баһа ала, ә Октябрь революцияһынан һуң — буржуаз-милли, контрреволюцион тип таныла.
Шуға күрә, ул периодтағы хеҙмәттәрҙә (С. Атнағолов, Ш. Типеев) башҡорттарҙың аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыуы кире яҡтан баһалана, ә уның лидерҙары башҡорт халҡының бер өлөшөн дошман лагерына әйҙәгән контрреволюционерҙар, итеп күрһәтелә.