Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
2 юл:
 
== Шарттары ==
1917 йылдың февралендә [[Рәсәй империяһы]]нда [[Урыҫ революцияһы|революция]] була һәм сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. Был ваҡиғалар ил халыҡтарының, шул иҫәптән [[башҡорттар]]ҙың, демократик хәрәкәттәренең барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. Башҡорт милли хəрəкəте халыҡтың тарихи традицияларын: башҡорттарҙың XVII—XIX быуаттарҙағы колониялаштырыуға ҡаршы көрәште ([[Башҡорт ихтилалдары]], ''[[Башҡортостанда Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775)''|Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775)]] һ. б.) иҫәпкә алып, айырым бойондороҡһоҙ сәйәсәт алып бара. Милли хәрәкәт идеологияһының төп талабы булып XVII—XX быуаттар араһында алып барылған Рәсәй хөкүмәтенең колониялаштырыу сәйәсәте арҡаһында юғалтылған башҡорттарҙың [[Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы|аҫаба ерҙәрен]] ҡайтарып биреү булып торған<ref name="Башҡорт милли хәрәкәте">{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1884-bash-ort-milli-kh-r-k-te|Башҡорт милли хәрәкәте|автор=Ишемғолов Н. У., [[Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы|Ҡолшәрипов М. М.]]}}</ref>.
 
Башҡорт милли хəрəкəтенең йүнәлтеүсе көсө булып башҡорт интеллигенцияһы һәм мосолман руханиҙар торған. Улар [[Башҡортостан автономияһы|Башҡортостан милли‑территориаль автономияһы]]н төҙөү өсөн сығыш яһай<ref>Башҡорттарҙың Рәсәй составында ''милли‑мәҙәни автономия''һын яҡлаусы [[Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы|М. Ғ. Ҡорбанғәлиев]] етәкселегендәге төркөм айырылып сыға</ref>.