Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
39 юл:
| ref =
}}</ref>.
[[Файл:Всебашкирский съезд.jpg|thumb|270пкс|[[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы]] делегаттары. Ырымбур, декабрь 1917 йылдың декабре.]]
1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы]] уҙғарыла. Съезда 223 делегат ҡатнаша, күҙәтеүселәр сифатында ''II Бөтә ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) съезы'' һәм ''Милләт мәжлесе'' вәкилдәре була. Ҡоролтай барышында артабанғы резолюциялар ҡабул ителә: [[Башҡортостан автономияһы]]н раҫлау; йыл һайын 15 ноябрҙә автономия иғлан итеү көнөн байрам итеү; федератив ''Рәсәй республикаһы'' составына инеү; Башҡортостан, [[Ҡаҙағстан]] һәм Төркөстандың Рәсәй составында союз дәүләтенә берләшеү мөмкинлеге; Башҡорт мәркәз шураһының вәкәләттәре, [[Башҡорт армияһы|Башҡорт ғәскәрен]] һәм милиция ойоштороу тураһында. Съезд ерҙе социализациялау, кантон идаралығы, мәҙәниәт, фән һәм мәғариф тураһында ҡарарҙар ҡабул итә, автономияның предпарламентына — [[Кесе Ҡоролтай]]ға ағзалар һайлай һәм [[Башҡорт Хөкүмәте]] составын раҫлай<ref name="Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары"/>.