Бөйөк Себер Боҙ походы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
55 юл:
Граждандар һуғышының тарихын өйрәнеү өсөн шул осорҙағы сәйәси көстәрҙең эшмәкәрлеген өйрәнеү кәрәк. [[1922 йыл]]да V Бөтә Башҡорт партконференцияһы үҙенең "Милли көрәш һәм Вәлидов тураһында "исемле өндәмәһендә [[Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы|Әхмәтзәки Вәлиди]]гә контрреволюционер мөһөрөн таға. 1926 йылда партияның Башҡорт обкомы ҡабул иткән тезистарға ярашлы («Башҡорт хәрәкәтенең характеристикаһы») 1917 йылдың февраленән октябрь айына тиклем башҡорт хәрәкәте ыңғай баһа ала, ә Октябрь революцияһынан һуң — буржуаз-милли, контрреволюцион тип таныла.
Шуға күрә, ул периодтағы хеҙмәттәрҙә (С. Атнағолов, Ш. Типеев) башҡорттарҙың аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыуы кире яҡтан баһалана, ә уның лидерҙары башҡорт халҡының бер өлөшөн дошман лагерына әйҙәгән контрреволюционерҙар, итеп күрһәтелә.
 
Шул уҡ ваҡытта 50-се, 60-80-се йылдарҙа донъя күргән Б. Х. Юлдашбаевтың хеҙмәттәрендә объектив рәүештә [[Башҡорт хөкүмәте]]нең, [[Башҡорт хәрби шураһы]]ның эшмәкәрлеге ыңғай баһалана, урындағы большевиктарҙың милли мәсьәләләрҙә ебәрелгән хаталары күрһәтелә.
Илдә үҙгәртеү осоро башланыу менән әүҙем ижтимағи хәрәкәт барлыҡҡа килә, хәтирәләрҙе баҫтырып сығаралар.
 
Башҡорт милли хәрәкәте бик ҡатмарлы юл үткән. [[1918 йыл]]дың май аҙағында, Чехословак корпусы [[Силәбе]]не алғандан һуң, Башҡорт хөкүмәте үҙенең эшмәкәрлеген бында дауам итә. Июнь айында Башҡорт хәрби шураһы булдырыла һәм ул Башҡорт ғәскәрен ойоштороу эштәрен башлай. 1918 йылдың көҙөндә [[3-сө Башҡорт пехота полкы]] (командиры [[Таған Ғәлимйән Ғирфан улы|Ғ. Таған]] етәкселегендә) полковник Каппель частары менән ҡыҙылдарға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1919 йылдың башында З. Вәлиди башҡорт ғәскәрҙәрен бер ергә туплай башлай. 18 февралдә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына күсә, ә Ғ. Тағандың полкы күсеп өлгөрмәй, Колчак полкты таратырға ҡуша. Полк бойороҡҡа буйһонмай, ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡарай. Полктың мөлкәте тартып алына. Колчак армияһының төрлө частарында 2000 тирәһе башҡорт иҫәпләнгән.
Б. Б. Филимоновтың «Адмирал Колчактың Аҡ армияһы» исемле монографияһында Байкал аръяғына барып еткән Аҡ армия составында (4-се Өфө уҡсылар, 8-се Кама уҡсылар полктарында һәм Айырым Кама атлы дивизионында) башҡорт яугирҙарының күп булыуын билдәләй. Башҡорт яугирҙары түҙемлелеге, ҡаһарманлығы яғынан да, тәртип яғынан да айырылып торған.