Харисов Әхнәф Ибраһим улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
{{фамилиялаш|Харисов}}
 
'''Әхнәф Ибраһим улы Харисов''' ([[15 июнь]] [[1914]]  — [[15 май]] [[1977]]) — башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡорттарҙан беренсе булып «филология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаусы (1941).
 
== Биографияһы ==
[[Башҡортостан]]дың, [[Балтас районы]] [[Имән (Балтас районы)|Имән]] ауылында тыуған.
 
[[FileФайл:Tomb Kharisov A. (Харисов, Ахнаф Ибрагимович).jpg|thumb|Әхнәф Ибраһим улы Харисов ҡәбере ([[Өфө мосолман зыяраты]])]]
Буласаҡ ғалимдың ғилми эшкә һәләтлеге [[Башҡорт дәүләт университеты|Башҡорт дәүләт педагогия институтының]] [[башҡорт теле]] һәм [[Башҡорт әҙәбиәте|әҙәбиәте]] бүлегендә уҡыған саҡтарында уҡ күренә башлай. 1935 йылда институтты тамамлағас, шунда уҡ эшкә ҡалдырыла. 1937 йылда шағир [[Ҡадир Даян]] менән бергәләп «Стилистика. V—VII кластар өсөн дәреслек» китабын яҙалар. 1941 йылда Мәскәүҙә тел белеме буйынса аспирантура тамамлай, башҡорттарҙан беренсе булараҡ, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1944 йылда урыҫ телендә «Категория глагольных вндов в башкирском языке» тигән тәрән фәнни йөкмәткеле китабын сығара. Шул уҡ 1944 йылда Ә. И. Харисов уҡыу йорттары өсөн тағы ла бик мөһпм бер китап — "Әҙәбиәт теорияһы"н донъяға сығара. Үҙ эшмәкәрлеген телсе булып башлаған Ә. И. Харисов нигеҙҙә әҙәбиәт мәсьәләләре менән шөгөлләнә. Уның 1965 йыл донъя күрген ҙур күләмле «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII—XIX быуат» тигән китабы — һис шикһеҙ башҡорт фәнни күгендә баһалап бөткөһөҙ оло ҡаҙаныш. Шул уҡ ваҡытта мәктәптәр әсән бик күп дәреслектәр, ҡулланмалар яҙыу эшен дә алып барҙы. Уның әүҙем ғилми эшмәкәрлеге «Октябрь революцияһы», «Почёт билдәһе» ордендары һәм миҙалдар менән билдәләнде.