Рәсәйҙә Граждандар һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Вики-Һаҡлағыстағы Viktor_Nikolaevich_Deni_-_At_the_grave_of_the_counter_revolution.jpg рәсеме Well-Informed Optimist ҡатнашыусыһы тарафынан юйылған. Ул яҙға…
1 юл:
 
{{Вооружённый конфликт
|конфликт = Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Юл 1037 ⟶ 1036:
Большевиктарға ҡаршы торған көстәрҙең Граждандар һуғышында еңелеү сәбәптәре бер нисә тиҫтә йыл тарихсылар араһындағы бәхәстәрҙә тикшерелә. Дөйөм алғанда, сәйәси һәм географик яҡтан аҡтарҙың тарҡаулығы һәм Аҡтар хәрәкәте етәкселәренең дөйөм байраҡтар аҫтында бөтә большевиктарға ҡаршы көстәрҙе берләштерә ала торған һәләте булмауы төп сәбәптәр тип атала. Хәҙерге замандағы тарихсы Карпов Н. Д. еңелеүҙең төп сәбәптәренең береһе тип Аҡтар хәрәкәтенең сәйәси бушаҡлығын билдәләй. Аҡтарҙың лидерҙары һуғыштың аҙағына тиклем халыҡтың аңына үҙҙәренең төп маҡсаттарын еткерә алманылар. ғәскәрҙәрҙә һәм халыҡ араһында сәйәси эш офицерҙарға йөкмәтелә, улар бындай эште алып барырға һәләтле һәм әҙер булмайҙар. Киреһенсә, Ҡыҙыл Армияһында был функциялар фәҡәт большевистик партияһы ағзаларында ятҡан, улар махсус әҙерлек үткән була һәм ҡеүәтле пропагандистик аппаратҡа таяна Карпов Н. Д. американ яҙыусыһы А. Р. Вильямстың фекерен килтерә:  «''Первый Совет Народных Комиссаров, если основываться на количестве книг, написанных его членами, и языков, которыми они владеют, по своей культуре и образованности был выше любого кабинета министров в мире''».
Башлыса хәрби белемгә генә эйә булған Аҡтар хәрәкәте етәкселәренә, хатта иң юғары ҡатламдағыларға, сәйәси күҙлектән, большевиктарға ҡаршы ҡуйырлыҡ бер нәмәләре лә булмай. Был йәһәттән Кубань армияһы командующийы генерал А. Г. Шкуроның һүҙҙәре дәлил булып тора: «''Смешно сказать, но приходилось искать добровольческую идеологию в застольных спичах и речах, произнесенных генералом Деникиным по тому или другому случаю; простое сравнение двух-трёх таких „источников“ убеждало в неустойчивости политического мировоззрения их автора…''».
 
[[Файл:Viktor Nikolaevich Deni - At the grave of the counter revolution.jpg|thumb|300px|В. Дени плакаты]]
Аҡтар хәрәкәте лидерҙарының аныҡ сәйәси ориентирҙары булмауы башҡарған ғәмәлдәрендә һәм Рәсәйҙәге сәйәси көрәш йөкмәткеһенә һәм мәғәнәһенә бик оригиналь ҡараштарҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Дон Ғәскәре атаман П. Н. Краснов ситуацияға ошондай баһа биргән: