Асы (шифахана): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл:
'''Асы́''' ({{lang-ba|Асы}}) — Башҡортостандың Белорет районында урманлы зонала урынлашҡан бальне-терапевтик тау яны шифаханаһы. Асы ауылында, Өфөнән 180 саҡрым алыҫлыҡта, Инйәр йылғаһы ярында урынлашҡан<ref name=autogenerated3>[http://assy-rb.ru Сайт санатория]</ref>. Высота над уровнем моря — 220 м.
 
Шифахана эргәһендә «Асытау» саңғы трассаһы бар <ref>[http://assy-rb.ru/content/news/index.php?news=553 ]</ref>
 
== Тарихы ==
Шифахана 2001 йылда асыла. Дауалау-һауыҡтырыу корпусы архитектор Кирайдт Рудольф Иванович проекты буйынса төҙөлгән.
 
Ауыл атамаһы башҡортса «әсе» тигәнде белдерә, был иһә ерле халыҡтың һыуҙы дауалау өсөн файҙаланғанлыҡтары тураһында һөйләй. Ауыл кешеләре был һыуҙы элек-электән ашҡаҙан ауыртҡанда ҡулланған, шулай уҡ аяҡ-ҡул, быуындар һыҙлағанда ванналар ҙа яһағандар.
 
Асы минераль сығанаҡтары тураһында беренсе булып академик Ф. Н. Чернышев (1889 йыл) яҙып сыға. Ике йылдан һуң, Белорет больницаһы табибы Эрман һыуҙы анализдар өсөн Берлин университетына (1901  й.) ебәрә. Үҙенең химик составы буйынса Асы һыуы Германиялағы билдәле Киссенгон сығанаҡтары һыуына яҡын булыуы асыҡлана.
 
Һыу «Асы» сауҙа маркаһы аҫтында шешәләргә ҡойола<ref name=autogenerated1>[http://www.vatandash.ru/index.php?article=376 Санаторий «Ассы»]</ref>. Әлеге ваҡытта Асы минераль сығанаҡтары федераль кимәлдәге гидрогеологик тәбиғәт һәйкәле булараҡ танылыу алған<ref name=autogenerated2>[http://vladsc.narod.ru/library/geo_pam/gp35_bsh.htm Геологические памятники природы России. М., «Лориен», 1998. — 200 с. // сс. 85-91.]</ref>.
 
1999 йылда Асы минераль сығанаҡтары базаһында «Асы» шифахана комплексын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә<ref name=autogenerated1 />.
 
== Климаты ==
Ғинуар айындағы уртаса температура — 15,7°С. Йәй йылы — июлдә уртаса температура +17,4°С. Йыллыҡ яуым-төшөм кимәле яҡынса 582 мм. Йыллыҡ уртасы һауаның шартлы дымлылығы  — 75 процент<ref name=autogenerated1 />.
 
== Дауалау ==
59 юл:
Дауалау факторы: минераль һыу, шулай уҡ: тауҙың саф һауаһы, тайга, матур пейзаж.
Тоҙло йылға ҡоҙоғоноң минераль сығанаҡтары һул яҡ ярҙа урынлашҡан. Уларҙан ни бары 2 саҡрым алыҫлыҡта 17 сығанаҡ бар, шуларҙың 14 — минераль сығанаҡ. Минераль һыу ике төрлө: аҙ минераллы (2.3-2.4 г/куб. дм) сульфатлы-хлоридлы натрий составлы һыу, уны эсеп дауаланалар; юғары минераллы (18.8 г/куб.дм) хлоридлы натрий составлы һыу бальне-дауалау өсөн ҡулланыла<ref name=autogenerated3 />. Аҙ минераллы һыуҙың температураһы — Цельсий буйынса 15 градус, юғары минераллы һыуҙыҡы — 8<ref name=autogenerated2 />.
 
== Иҫкәрмәләр ==