Мәҫәл: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Cat guarding geese c1120 BC Egypt.jpg|thumb|280px|[[Антропоморфлыҡ]] ҡаҙҙар һаҡлаусы бесәй, Египет, беҙҙең эраға тиклем 1120 йылдар тирәһе]]
[[Файл:Velázquez - Esopo (Museo del Prado, 1639-41).jpg|thumb|[[Эзоп]], [[Веласкес Диего|Веласкес]]]]
[[Файл:Jean-de-la-fontaine.jpg|thumb|[[Лафонтен Жан де|Жан Лафонтен]]]]
[[Файл:John Gay - Project Gutenberg eText 13790.jpg|thumbnail|[[Гей Джон|Джон Гей]]]]
[[Файл:Lessing in blue.jpg|thumb|[[Лессинг Готхольд Эфраим|Готхольд Лессинг]]]]
[[Файл:Ignacy Krasicki 111.PNG|thumb|[[Красицкий Игнацы|Игнацы Красицкий]]]]
[[Файл:DositejObradović.jpg|thumb|[[Обрадович Доситей|Доситей Обрадович]]]]
[[Файл:Tomas de Iriarte Joaquin Inza.jpg|thumb|right|[[Ириарте Томас|Томас Ириарте]]]]
[[Файл:Jean-Pierre Claris de Florian.jpg|thumb|[[Флориан Жан-Пьер Клари де|Жан-Пьер Клари де Флориан]]]]
[[Файл:Ivan Krylov.jpg|thumb|[[Крылов Иван Андреевич|Иван Андреевич Крылов]]]]
[[Файл:Abierce.jpg|thumb|[[Бирс Амброз|Амброз Бирс]]]]
[[Файл:Wladyslaw Reymont.jpg|thumb|[[Реймонт Владислав|Владислав Реймонт]]]]
[[Файл:Felix Salten 1910.jpg|thumb|[[Зальтен Феликс|Феликс Зальтен]]]]
[[Файл:GeoreOrwell.jpg|thumb|[[Джордж Оруэлл]]]]
'''Мәҫәл''' — нәсихәтле, сатирик характерҙа булған шиғри йәки сәсмә әҙәби әҫәр. Мәҫәлдең йә башында, йә аҙағында ҡыҫҡа ғына нәсихәти йомғаҡлау — мораль бирелә. Ғәҙәттә, мәҫәлдең төп геройҙары ролендә хайуандар, үҫемлектәр йәки ниндәйҙер әйберҙәр алына. Мәҫәлдәрҙә кешеләрҙең етешһеҙлектәре кинәйәләп тәнҡитләнә.
 
37 юл:
Беҙҙең эраға тиклемге VII—VI быуатгрек шиғриәте наҡыҫ ҡына өҙөктәр аша билдәле, был өҙөктәрҙең ҡайһы берҙәре айырым образдары менән аҙаҡтан танылыу алған мәҫәл сюжеттары менән ауаздаш. Классик репертуарҙың төп мәҫәл сюжеттары был ваҡытҡа халыҡ ижадында тулыһынса формалашып бөткән булған тип раҫларға мөмкинселек бирә. Үҙенең күп һанлы шиғырҙарының береһендә Архилох (ѳҙѳк 88— 95 Б.) бөркөттөң төлкөнө рәнйеткәне һәм бының өсөн аллаларҙан яза алғанлығы тураһындағы «хикмәтте» телгә ала, икенсе бер шиғырында (ѳҙѳк 81-83 Б.) ул төлкө менән маймыл тураһындағы «хикмәтте» һөйләй. [[Аристотель]] Гимер халҡы алдында Фаларидтың («Риторика», II, 20, 1393b) золом хәүефенә ҡарата ҡулланылған ат менән болан тураһындағы мәҫәле менән сығыш яһауҙы Стесихорға ҡайтарып ҡалдыра. Диогениан раҫлауынса, балыҡсы һәм һигеҙаяҡ тураһындағы «Карий хикмәтен» Симонид Кеосский һәм Тимокреонт та ҡулланған була. Мәҫәл формаһы Афиней (XV, 695а) тәржемә иткән йылан һәм ҡыҫала тураһындағы аноним сколияла ла асыҡ төҫмөрләнә.
 
Классик осорҙоң грек әҙәбиәте телдән һөйләнелгән мәҫәлдең формалашҡан традицияларына таяна. [[Геродот]] мәҫәлде тарихнамәгә индереп ебәрә: уның [[Бөйөк Кир II|Киры]] флейтала уйнаусы балыҡсы тураһындағы бик һуң ғына буйһоноусы ионян «мәҫәл менән» өйрәтә (logos) (I, 141). [[Эсхил]] мәҫәлде [[Трагедия (жанр)|трагедияла]] ҡулланған: уның бөркөт ҡаурыйынан эшләнгән уҡтан яраланған бөркөт тураһында һөйләүсе «данлы ливия мәҫәле» (logos) өҙөгө һаҡланып ҡалған. [[Аристофан]]да Писфетер ҡоштар менән һөйләшкәнендә Эзоптың үҙенең башында атаһын ерләгән һабан турғай («Ҡоштар» , 471—476) һәм бөркөттән йәберләнгән төлкө («Ҡоштар» , 651—653) тураһындағы мәҫәлдәренең һүҙҙәре менән оҫта файҙалана , ә Тригей тиреҫ ҡуңыҙына («Донъя» , 129—130) ултырып осоуын аңлатҡанда, мәҫәлгә һылтана, ә"Һағыҙаҡтар" мәҫәленең һуңғы өлөшө тулыһынса Филоклеондың мәҫәлдәрҙе урынһыҙ ҡулланылыуына ҡоролған.
 
[[Демокрит]] ҡомһоҙлоғо һәләк иткән «Эзоп этен» телгә ала (ѳҙѳк. 224 D.); үҙенең юл сатында тороп ҡалған Геракл тураһындағы данлыҡлы аллегорияһында (Ксенофонт, «Сократ тураһында хәтирәләр», II, 1) Продик та, шулай уҡ Протагор ҙа кешенең килеп сығышы тураһындағы мәҫәлдәрендә (mythos) ([[Платон]], «Протагор», 320 һүҙе менән.) был жанрға яҡын тора; Антисфен арыҫландар һәм ҡуяндар тураһындағы мәҫәлгә (Аристотель, «Сәйәсәт», III, 8, 1284а, 15) һылтана; уның уҡыусыһы [[Диоген]] «Ҡаплан» һәм «Сәүкә» (Диог. Лаэрт., VI, 80) исемле диалогтар ижад итә. [[Сократ]] Ксенофонтта эт һәм һарыҡтар хаҡында мәҫәлде һөйләй («Хәтирәләр», II, 7, 13-14), Платондыҡында төлкөнөң ауырыу арыҫланға уны мәмерйәгә алып барасаҡ эҙҙәр («I Алкивиад», 123а) хаҡында һөйләүен «Эзоп мәҫәлендә» (mythos) иҫкә алып китә, хатта үҙе лә Эзоптыҡына оҡшатып, тәбиғәттең михнәт менән ләззәтте айырылғыһыҙ бәйләп биреүе тураһында («Федон», 60с) мәҫәл яҙа . Платон, бер ваҡытта ла бер нәмә лә ижад итмәгән Сократ вафатынан алда ғына Эзоп мәҫәлдәрен («Федон» 60с) шиғри юлдарға һала, тип раҫлай — был, әлбиттә, асыҡтан-асыҡ уйҙырма, әммә киләсәк быуын тарафынан ышанып ҡабул ителгән хикәйәт ([[Плутарх]], «Шағирҙы нисек тыңларға» 16; Диог. Лаэрт., II, 42).
60 юл:
 
=== Урта быуаттар ===
«Ҡараңғы быуаттар» ваҡытындағы дөйөм мәҙәни бөлгөнлөк Авианды ла, «Ромулды» ла берҙәй үк онотолоуға дусар итә, уларҙы был хәлдән [[XII быуат|XII быуаттың]] яңынан йәнләнеүе ҡотҡарып ҡала. Ошо мәлдән башлап, беҙ урта быуаттар латин әҙәбиәтендә 12-нән дә кәм булмаған эшкәртелгән «Ромул» һәм 8-ләп яңынан ҡаралған Авиан табабыҙ.
* Күрәһең, яҡынса [[XI быуат]]та '''«Ниланттар Ромулы»''' ([[1709 йыл]]да был йыйынтыҡты нәшер иткән филолог И. Ф. Нилант хөрмәтенә шулай аталған) исеме аҫтында танылыу тапҡан редакция хасил була, унда 50 мәҫәл урыны-урыны менән христиан әхлағы менән алмаштырыла .
* Ихтимал, XII быуат башында «Ниланттар Ромулы» [[Инглиз теле|инглиз теленә]] тәржемә ителгәндер һәм яңы европа сығышлы күп һанлы сюжеттар менән — [[әкиәт]], [[легенда]], фаблио һ.б. менән тулыланған — йыйынтыҡ авторы итеп билдәле король [[Бөйөк Альфред|Альфредты]] иҫәпләйҙәр. Был '''«Инглиз Ромулы»''' һаҡланмаған.
69 юл:
* Уларҙың беренсеһе үҙ эсенә 60 мәҫәлде индерә: был әҫәрҙәр риторик яҡтан бик ҡупшы, антитезалар, анноминациялар, параллелизмдар һ.б. бик күп ҡулланыла. Был йыйынтыҡ Яңырыу осорона тиклем бик популяр була (70 ашыу ҡулъяҙма, 39 баҫма XV быуатта нәшер ителә) һәм бер тапҡыр француз, итальян һәм немец телдәренә (шул тәржемәләр араһында — киң билдәле «Лионский Изопет») тәржемә ителә. Авторҙың исеме күрһәтелмәй; 1610 йылда Исаак Невелет был баҫма үҙенең «Mythologia Aesopica» исемле йыйынтығына индергәндән һуң, уны ''' Anonymus Neveleti''' исеме менән йөрөтөү нығынып китә
* «Ромулдың» икенсе шиғри эшкәртелгән йыйынтығы бер ни ҡәҙәр һуңыраҡ төҙөлә; уның авторы — Александр Неккам. Ул йыйынтыҡ '''«Яңы Эзоп»''' тип атала һәм 42 мәҫәлдән тора. Неккам ябай тел менән яҙа һәм уның хеҙмәте оригиналға яҡын тора. Башта Неккам йыйынтығы уңыш менән файҙалана, әммә уны тулыһынса Anonymus Neveleti ҡыҫырыҡлап сығара, ул [[XIX быуат|XIX быуатҡа]] ҡәҙәр билдәһеҙлеккә дусар була.
«Ромулдан» Бованан булған Винценттың «Тарихи Зерцалоға» ([[XIII быуат]]) — урта быуаттың иң ҙур энциклопедияһының беренсе өлөшө 82 китапҡа индерелгән мәҫәлдәр һайлап. Бында (IV, 2-3) автор, үҙенең яҙмаларында «Кир батшаның батшалыҡ итеүенең тәүге йылдарына» тиклем барып етеп, был йылда Дельфала мәҫәл оҫтаһы Эзоптың һәләк булыуы тураһында хәбәр итә һәм ошо айҡанлы 8 бүлектә 29 мәҫәл яҙып ҡалдыра. Автор билдәләүенсә, был мәҫәлдәр нәсихәт булараҡ ҡулланыла ала.
 
«Ромул» мәҫәлдәренә ҡараған ҡайһы бер ҡулъяҙмаларға fabulae extravagantes тип аталғаны — сығышы билдәһеҙ мәҫәл, бик халыҡсан тел менән, ентекле һәм матур яҙылғаны, хайуандар тураһындағы әкиәттәр тибына яҡынайтылғаны килеп ҡушыла.
76 юл:
 
=== Яңырыу ===
Яңырыу осоронда грек телендә таралыш тапҡан белем Европа уҡыусыһына тәү сығанаҡҡа — Эзоптың грек мәҫәлдәре менән танышыуға мөмкинлек асты. 1479 йылдан, итальян гуманисы Аккурсий Эзопа әҫәрҙәренең беренсе баҫмаһын нәшер итеү менән, Яңы Европа мәҫәленең үҫеш мәле башлана.
 
== Мәҫәл рус әҙәбиәтендә ==
109 юл:
* Григорий Саввич Сковорода
* Петр Гулак-Артемовский
* Левко Боровиковский
* Евгений Гребенка
* Леонид Глибов
* [[Толстой Лев Николаевич|Л.]] Н.Толстый
* {{Тәржемәһеҙ 3|Седарис, Дэвид|Дэвид Седарис|en|David Sedaris}}  (инг.)[[Седарис, Дэвид|баш.]]
 
== Шулай уҡ ҡарарға ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Мәҫәл» битенән алынған