Албания: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
62 юл:
XVI быуатта хәҙерге албан ерҙәрен Ғосманлы империяһы яулап ала, төрөктәр бында хакимлыҡ итә.
 
1912 йылда, Балкан һуғыштарынан һуң, Албания мөстәҡиллеге тураһында иғлан итә. 1912 йылдың 28 ноябрендә көньяҡ Веранда үткән Бөтә албан конгрессында Влера мәжлесе ойошторола. Һикһән өс кешенән торған Йыйылма илдең бәйһеҙлеген иғлан итә һәм Ваҡытлы хөкүмәт ойоштора. Хөкүмәт ойоштороу тураһында ҡарарҙы Мәжлестең икенсе сессияһында, йәғни 1912 йылдың 4 декабрендә ҡабул итәләр. Ул 10 ағзанан тора, уны 1914 йылдың 22 ғинуарына тиклем Исмәғил Камали етәкләй. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт Ултырыш эшсәнлеген күҙәтеп торор өсөн Сенат тигән органы ла булдыра, унда Мәжлестең 18 ағзаһы хеҙмәт итә.
1912 йылда, Балкан һуғыштарынан һуң, Албания мөстәҡиллеге тураһында иғлан итә.
 
Аланияның бәйһеҙлеген 1913 йылдың 29 июлендә Лондон конференцияһында таныйҙар. Яңы барлыҡҡа килгән Албания кенәзлегенең сиктәрен билдәләгәндә ул осорҙоң демографик үҙенсәлектәре иҫәбенә алынмай ҡала. Шул уҡ йылдың 15 октябрендә Аланияның үҙ сәйәси институттары тәртипкә килеп еткәнсе эшен дәүләт ҡарар өсөн халыҡ-ара контроль комиссияһы ҡорола. Ул Веранда урынлаша. Албания кенәзлегенең беренсе көс структураһы булараҡ, халыҡ-ара жандармерия ойошторола. Ноябрь айында беренсе жандармдар илгә килеп етә. Албания кенәзе Вильһельм Вид кенәзлектең беренсе кенәзе итеп һайлана.
 
1939 йылда Италия Албанияны баҫып ала һәм бында Бөйөк Албанияны төзөй, ә 1943 йылда ул Германия протекторатына әүерелә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Албания» битенән алынған