Ҡағараҡ һымаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
13 юл:
'''Ҡағараҡ һымаҡтар''' (лат. Gaviiformes) — төньяҡ ярымшарҙа таралған диңгеҙ ҡошо. Ҡағараҡ һымаҡтар яҡын туғандаш төрҙәрҙең бәләкәй төркөмө, ул бер генә ғаиләнән (Gaviidae)  һәм бер генә ырыуҙан (Gavia) тора<ref>Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)</ref>. Донья фаунаһында [[Ҡағараҡ һымаҡтар]]<nowiki/>ҙың 5 төрө бил
 
== Үҫеш тарихы ==
Ҙур булмаған, бер төрлө һәм иң бороңғо [[ҡоштар]] отряды, пингвин һәм буревестник һымаҡтарға туғандаштар. Ҡайһы бер анатомик һәм биохимик үҙенсәлектәре ржанка һымаҡтар менән алыҫ туғандаш икәнлектәрен күрһәтә. Ҡаҙылма хәлдә отряд вәкилдәре һуңғы аҡбур дәүеренән билдәле. Һөйәк ҡалдыҡтары буйынса 4 ырыуға ҡараған 12 төр ҡоштоң (''Lonchodytes ырыуы)'' йәшәгәнлеге асыҡланған. Хәҙерге заман ырыуына ингән ҡош ҡалдыҡтары түбәнге миоцендә [[Чехия]] биләмәләрендә табылған. Ҡағараҡтарҙың эволюцияһы төньяҡ ярымшар шарттары менән сикләнгәндер күрәһең, хәҙерге заман вәкилдәре  - Голарктиканың төньяҡ һәм уртаса киңлектәге эндемиктар. Хәҙерге ваҡытта йәшәгән биш төр ҡағараҡтарҙан  тыш, Gavia ырыуына ҡараған туғыҙ ҡаҙылма төр билдәле:
 
Юл 37 ⟶ 38:
== Систематика ==
 
[[Рәсем:Gavia_arctica1.jpg|thumb|left|150px|[[Ҡағараҡ|Ҡарабоғаҡ ҡағараҡ]]]][[Рәсем:Gavia stellata 070226 BAS.jpg|thumb|left|150px|Ауымбаҡ]][[Рәсем:Gavia adamsii.jpg|thumb|left|150px|Аҡморон ҡағараҡ]][[Рәсем:Common_Loon_with_chick.jpg|thumb|left|150px|Поляр ҡағараҡ]]
Ғәҙәттә, тышҡы ҡиәфәттәре һәм йәшәү рәүештәре менән оҡшаш булыуҙары сәбәпле, ҡағараҡ һымаҡтарҙы сыпҡай һымаҡтарға яҡын тип һанайҙар. [[Карл Линней]] [[1758 йыл]]<nowiki/>да уларҙы бер төркөмгә (Colymbus) индерә. Үҙ сиратында был төркөм бөтә һыу ҡоштарын берләштереүсе ҙур төркөмгә Anseres берләшә. Оҙаҡ ваҡыт зоологтар ҡағараҡтарҙы Линней классификацияһы буйынса йөрөтәләр. XIX быуат аҙағында ҡағараҡ һымаҡтар һәм сыпҡай һымаҡтар ике төркөмгә айырыла. [[1925 йыл]]<nowiki/>да зоологтарҙан беренсе булып Леон Гарднер ҡағараҡтарҙың һәм сыпҡайҙарҙың систематик бергәлеген инҡар итә. Унан күпкә һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә улар араһындағы оҡшашлыҡ конвергент эволюция эҙемтәһе икәнлеге асыҡлана. Был ике отряд ҡоштары араһында морфология һәм экология йәһәтенән бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Башта ҡағараҡ һымаҡтарҙың вәкилдәрен дүрт төргә бүләләр ине, ләкин һуңғы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ҡарабоғаҡ ҡағараҡ (Gavia arctica) төрөнә төрсә булып ингән аҡбаш ҡағараҡты (Gavia pacifica) үҙ аллы төргә айыралар. Бөгөнгө көндә йәшәүсе ҡағараҡ һымаҡтарҙың биш төрө билдәле. [[Рәсәй Федерацияһы]] фаунаһында биш төр ҡағараҡ иҫәпләнә, шуларҙың береһе һирәк осоп инә, ә [[Башҡортостан|Башҡортостан Республикаһы]]<nowiki/>нда ике төрө (ҡарабоғаҡ ҡағараҡ һәм ҡыҙылбоғаҡ ҡағараҡ) теркәлгән.
[[Рәсем:Gavia adamsii.jpg|thumb|left|150px|Аҡморон ҡағараҡ]][[Рәсем:Common_Loon_with_chick.jpg|thumb|left|150px|Поляр ҡағараҡ]]
'''Ҡағараҡ һымаҡтар отряды''' (Gaviiformes) берҙән-бер '''Ҡағараҡтар ғаиләһе'''нән (Gaviidae) '''Ҡағараҡ ырыуы'''нан (Gavia) тора.
{| class="wikitable"
Юл 72 ⟶ 73:
|Ҡағараҡтар (Gavia Forster, 1788)
|}
== Таралыуы ==
 
Юл 91 ⟶ 92:
 
Ҡағараҡ һымаҡтар яҡшы йөҙәләр һәм сумалар. Бөтә ғүмерҙәрен һыуҙа үткәрәләр. Улар күберәген диңгеҙ ҡоштары, сөсө һыу ятҡылыҡтарында бала сығарғанда, осоп киткәндә һәм килеү осоронда ғына булалар, ә ҡалған ваҡытта тик диңгеҙ янында. Оҙаҡ йүгереп килеп, елгә ҡаршы һыу өҫтәнән осоп китәләр. Шулай уҡ һыуға ултыралар, бының өсөн ҡанаттарын күтәрә биреп, аяҡтарын артта ҡалдырып, түштәренә төшәләр. Һыуҙа түбән ултыралар, хәүеф тыуғанда, осоп китмәйҙәр, ә һыуға сумалар. Һыу аҫтында, ғәҙәттә, кәүҙәһенең артҡы яғына сығып торған аяҡтары ярҙамында йөҙәләр.
[[Файл:Gavia_pacifica_NBII.jpg|слева|мини|300x300пкс|Аҡбоғаҡ ҡағараҡ (''Gavia pacifica'')]]
 
Сумыр алдынан ҡағараҡ һымаҡтар ҡауырһындарын тәндәренә ныҡ ҡыҫалар, һөҙөмтәлә ҡауырһындар араһындағы һауа сыға һәм ҡоштоң ауырлығы арта. Сумғанда башты һәм муйынды аҫҡа һәм алға батыралар, бәкәлдәрен һәм бармаҡтары алға һонолған аяҡтарын ҡорһаҡтарына ҡыҫалар, аҙаҡ енсектәрен тура мөйөш яһап тышҡа борғас, бармаҡтары өҫтөнлөклө (латераль) торош ала. Шунан һуң бәкәлдәрен тиҙ генә турайтып һәм бармаҡтары айырылған аяҡтарын артҡа һәм әҙерәк өҫкә йүнәлтеп, ҡошто һыуға сумдырыусы этәреү яһала. Этәрелеүҙең аҙағында тәпәйҙәр киң итеп ҡуйыла, бармаҡтар ярыларҙы тарталар, ә һуңынан аяҡтар бер-береһенә яҡыная, һыу ҡыҫыла һәм ситкә ташланыла. Ҡош һыуға сума. Ҡағараҡтар ҡайһы саҡта 75 метр тәрәнлеккә сумып, 300 метр йөҙөп үтеп, һыу аҫтында һигеҙ минутҡа ҡәҙәр ҡалалар. Сумғанда, ҡайһы саҡта, ҡанаттарын да ҡулланалар. Әммә, ғәҙәттә ҡанаттары арҡаһына тығыҙ һалына. Еүешләнеүҙән һаҡлар өсөн арҡаһындағы һәм ян-яҡтарындағы, ҡанаттарындағы япма ҡауырһындар менән көпләнгәс, махсус "кеҫә" барлыҡҡа килә. Ҡойроҡ өҫтөндәге ҡоймос биҙе бүлеп сығарған май менән ҡауырһындарын майлау ҙа еүешләнеүҙән һаҡлай.  
 
Юл 108 ⟶ 109:
 
== Кешеләр һәм ҡағараҡтар ==
 
[[Файл:Gavia_pacifica_NBII.jpg|слева|мини|300x300пкс|Аҡбоғаҡ ҡағараҡ (''Gavia pacifica'')]]
Ҡағараҡтарҙың бер өлөшөн Себер халҡы ите һәм мамығы өсөн аулай.