Ҡағараҡ һымаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
82 юл:
'''Туҡланыуы'''
 
Ҡағараҡ һымаҡтар ваҡ балыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Уларҙың бөрләтәүҙәрендә моллюскалар, селәүҙәр, бөжәктәр тапҡандар. Был хайуан төркөмдәре бигерәктә ҡошсоҡтарҙың туҡланыуында ҙур әһәмиәткә эйәләр. Ҡайһы саҡ үҫемлектәр менән дә туҡланалар. Һыу аҫтында бәләкәйерәк табышты бөтәүләй йоталар, эрерәктәрен һыу өҫтөнә сығаралар һәм башынан йоталар. Себештәренә аҙыҡты суҡыштарында түгел, ә йотҡолоҡтарында килтерәләр.
 
'''Үрсеүе'''
 
Экологик йәһәттән төркөм бер ишле. Ҡоштарға өс йәш тулғас, үрсей башлайҙар. Моногамдар. Һыу буйында, үләнле һөҙәк ярҙа парлап оя ҡоралар. Оя һыуға яҡын, ғәҙәттә һөҙәк ярҙа үлән араһында урынлаша һәм шул уҡ оя янында үҫкән үләндәрҙән, һәм ҡыу үләндәрҙән яһала.  Оянан һыуға бер йәки ике һуҡмаҡ төшә, улар буйлап ҡош һыуға төшә һәм ояға ҡайта. Һаҙматлы урындарҙа оя ҙур, еүеш, серей башлаған үләндәрҙән яһала.  Улаҡ әллә ни тәрән булмай, оя һәр ваҡыт еүеш.1 - 3 (йышыраҡ 2) йомортҡа һалалар. Улар оҙонсай формала, ҡара-ҡуңыр йәки ҡара сыбар йәшкелт һоро төҫтә булалар. Йомортҡаларҙы парҙың ике ағзаһы ла 25 - 29 тәүлек баҫа. Ҡошсоҡтар ҡуйы ҡара-һоро мамыҡ менән ҡапланған. Морнланып сыҡҡас та улар йөҙә һәм сума алалар, әммә беренсе көндә ярҙа үлән араһында боҫоп ултыралар. Башта инә һәм ата ҡош ҡошсоҡтарҙы ашаталар. Үҫә төшкәс, аҙыҡты үҙ аллы таба башлайҙар. 6-7 аҙналыҡ ҡошсоҡтар оса башлайҙар. 
 
== Иҫкәрмәләр ==
 
== Әҙәбиәт ==
* Степанян Л. С. Конспект орнитологической фауны России и сопредельных территорий М.: Академкнига, 2003, 808 с.
* Красная книга Российской Федерации (Животные. Раздел 5. Птицы). М.: АСТ. 2001. С. 325—350.
* Бёме Р., Динец В., Флинт В., Черенков А. Птицы (энциклопедия природы России). ABF, Москва, 1998, 430 с.
* Флинт В. Е., Бёме Р. Л. и др. Птицы СССР. М., 1989.
* Птицы СССР: гагары, поганки, трубклоносые / отв. ред. Ильичёв В. Д., Флинт В. Е., М., 1982.
* Птицы СССР: журавлеобразные, курообразные / отв. ред. Ильичёв В. Д., Флинт В. Е., Л., 1987.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.sevin.ru/vertebrates/index.html?birds/1.html Позвоночные животные России: Краснозобая гагара]
* [http://birds.krasu.ru/txt/txt_gast.shtml Краснозобая гагара на birds.krasu.ru]
* [http://www.birdsmaryno.msk.ru/opredelitel_G.stellata.HTM Краснозобая гагара на сайте птицы Марьино]