Ҡағараҡ һымаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
27 юл:
* Gavia schultzi † (Mlíkovsky, 1998)
 
== Систематика ==
 
[[Рәсем:Gavia_arctica1.jpg|thumb|left|150px|[[Ҡағараҡ|Ҡарабоғаҡ ҡағараҡ]]]][[Рәсем:Gavia stellata 070226 BAS.jpg|thumb|left|150px|Ауымбаҡ]][[Рәсем:Gavia adamsii.jpg|thumb|left|150px|Аҡморон ҡағараҡ]][[Рәсем:Common_Loon_with_chick.jpg|thumb|left|150px|Поляр ҡағараҡ]]
83 юл:
Сумыр алдынан ҡағараҡ һымаҡтар ҡауырһындарын тәндәренә ныҡ ҡыҫалар, һөҙөмтәлә ҡауырһындар араһындағы һауа сыға һәм ҡоштоң ауырлығы арта. Сумғанда башты һәм муйынды аҫҡа һәм алға батыралар, бәкәлдәрен һәм бармаҡтары алға һонолған аяҡтарын ҡорһаҡтарына ҡыҫалар, аҙаҡ енсектәрен тура мөйөш яһап тышҡа борғас, бармаҡтары өҫтөнлөклө (латераль) торош ала. Шунан һуң бәкәлдәрен тиҙ генә турайтып һәм бармаҡтары айырылған аяҡтарын артҡа һәм әҙерәк өҫкә йүнәлтеп, ҡошто һыуға сумдырыусы этәреү яһала. Этәрелеүҙең аҙағында тәпәйҙәр киң итеп ҡуйыла, бармаҡтар ярыларҙы тарталар, ә һуңынан аяҡтар бер-береһенә яҡыная, һыу ҡыҫыла һәм ситкә ташланыла. Ҡош һыуға сума. Ҡағараҡтар ҡайһы саҡта 75 метр тәрәнлеккә сумып, 300 метр йөҙөп үтеп, һыу аҫтында һигеҙ минутҡа ҡәҙәр ҡалалар. Сумғанда, ҡайһы саҡта, ҡанаттарын да ҡулланалар. Әммә, ғәҙәттә ҡанаттары арҡаһына тығыҙ һалына. Еүешләнеүҙән һаҡлар өсөн арҡаһындағы һәм ян-яҡтарындағы, ҡанаттарындағы япма ҡауырһындар менән көпләнгәс, махсус "кеҫә" барлыҡҡа килә. Ҡойроҡ өҫтөндәге ҡоймос биҙе бүлеп сығарған май менән ҡауырһындарын майлау ҙа еүешләнеүҙән һаҡлай.  
 
== Туҡланыуы ==
 
Ҡағараҡ һымаҡтар ваҡ балыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙар менән туҡланалар. Уларҙың бөрләтәүҙәрендә моллюскалар, селәүҙәр, бөжәктәр тапҡандар. Был хайуан төркөмдәре бигерәктә ҡошсоҡтарҙың туҡланыуында ҙур әһәмиәткә эйәләр. Ҡайһы саҡ үҫемлектәр менән дә туҡланалар. Һыу аҫтында бәләкәйерәк табышты бөтәүләй йоталар, эрерәктәрен һыу өҫтөнә сығаралар һәм башынан йоталар. Себештәренә аҙыҡты суҡыштарында түгел, ә йотҡолоҡтарында килтерәләр.
== Үрсеүе ==
Экологик йәһәттән төркөм бер ишле. Ҡоштарға өс йәш тулғас, үрсей башлайҙар. Моногамдар. Һыу буйында, үләнле һөҙәк ярҙа парлап оя ҡоралар. Оя һыуға яҡын, ғәҙәттә һөҙәк ярҙа үлән араһында урынлаша һәм шул уҡ оя янында үҫкән үләндәрҙән, һәм ҡыу үләндәрҙән яһала.  Оянан һыуға бер йәки ике һуҡмаҡ төшә, улар буйлап ҡош һыуға төшә һәм ояға ҡайта. Һаҙматлы урындарҙа оя ҙур, еүеш, серей башлаған үләндәрҙән яһала.  Улаҡ әллә ни тәрән булмай, оя һәр ваҡыт еүеш.1 - 3 (йышыраҡ 2) йомортҡа һалалар. Улар оҙонсай формала, ҡара-ҡуңыр йәки ҡара сыбар йәшкелт һоро төҫтә булалар. Йомортҡаларҙы парҙың ике ағзаһы ла 25 - 29 тәүлек баҫа. Ҡошсоҡтар ҡуйы ҡара-һоро мамыҡ менән ҡапланған. Морнланып сыҡҡас та улар йөҙә һәм сума алалар, әммә беренсе көндә ярҙа үлән араһында боҫоп ултыралар. Башта инә һәм ата ҡош ҡошсоҡтарҙы ашаталар. Үҫә төшкәс, аҙыҡты үҙ аллы таба башлайҙар. 6-7 аҙналыҡ ҡошсоҡтар оса башлайҙар.