Баш мейеһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
2 юл:
'''Баш мейеһе''' — умыртҡалы хайуандарҙың [[нервы системаһы]] ағзаһы. Үҙәк нервы системаһының бер өлөшө булып тора. Баш һөлдәһенең мейе бүлеге — мейе ҡумтаһы эсендә урынлашҡан.
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==
Умыртҡалыларҙың нервы системаһы төҙөлөшө буйынса ике бүлектән тора:үҙәк нервы системаһы һәм периферик нервы системаһы. Үҙәк нервы системаһы баш мейеһенән һәм арҡа мейеһенән ғибәрәт. Периферик нервы системаһы нервы төйәндәренән һәм нервыларҙан тора. Нервы системаһының төҙөүҙә бер нисә туҡыма ҡатнаша, әммә төп урынды нервы туҡымаһы биләй. Ә уның төп күҙәнәктәре нейрондар. Бынан тыш ярҙамсы күҙәнәктәр ҙә бар.
 
Бер-береһе менән ныҡлы бәйләнештә булған бихисап нейрондарҙан торған баш мейеһе (латин теле|латинса ''«cerebrum»'', [[грек теле|боронғо грекса]] ''«ἐγκέφαλος»'', [[урыҫ теле|урыҫса]] ''«головно́й мозг»'') — дөйөм алғанда, нервы туҡымаһы массаһы. Бындағы нейрондар үҙ-ара бәйләнешле тәьҫир итешеү һөҙөмтәһендә бөтә [[организм]]дың эшмәкәрлеген контролдә тотҡан ҡатмарлы электрик импульстар тыуҙыра. Баш мейеһендә төрлө һиҙемләү ағзаларынан алынған мәғлүмәт туплана, уның нигеҙендә [[организм]] теге йәки был хәрәкәтте башҡара. [[Умыртҡалылар]]ҙа мейе бер үк ваҡытта төрлө йүнәлештә белем алыу үҙәге лә булып тора. Дөйөмләп әйткәндә, кешелек донъяһының һәм фәндең төрлө тармаҡтарының ниндәйҙер дәрәжәлә ныҡ алға китеүенә һәм һуңғы ун йыллыҡтарҙа баш мейеһен өйрәнеүҙә күп яңы нәмә асылыуға ҡарамаҫтан, уның эшмәкәрлегенең күп яҡтары беҙҙең өсөн әле һаман ҙур сер булып ҡала. Кеше [[организм]]ындағы, шул иҫәптән баш мейеһендәге айырым [[күҙәнәк]]тәрҙең эше ғалимдар тарафынан, бер яҡтан ҡарағанда, бик ябай аңлатыла. Әммә мейеләге меңләгән һәм миллионлаған нейрондар ярҙамында уның бар яҡлап та бик камил эшмәкәрлеген шартлы рәүештә генә ябайлатып тикшерергә мөмкин. Был баш мейеһенең һоҡланғыс эше киләсәктә лә тәрән өйрәнеүҙәр талап итә тигәнде аңлата.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_мейеһе» битенән алынған