Махатма Ганди: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
Ата-әсәһе уны 13 йәшендә йәштәш ҡыҙыҡайға өйләндергән. Был ғаилә бюджетына экономия булһын өсөн эшләнә. Сөнки ошо көндә үк ике туған ағаһына ла никах үткәрелә. Уларҙың дүрт улдары тыуа: Харилал ([[1888]]—[[1949]]), Манилал ([[28 октябрь]] [[1892]]—[[1956]]), Рамдас ([[1897]]—[[1969]]) һәм Девдас ([[1900]]—[[1957]]). Хәҙерге [[Династия Неру-Ганди|Ганди]] династияһы вәкилдәре уларҙың вариҫтарына ҡарамай. Уның өлкән улы Харилал эскән, аҙғын тормош алып барған, бурысҡа батҡан, бер нисә тапҡыр динен үҙгәрткән; бауыр сиренән вафат булған. Атаһы унан баш тартҡан. Башҡа улдары атаһының тарафдаштары һәм Һиндостандың азатлығы өсөн әүҙем көрәшселәр булған. Девдас исемле улы, ғаиләләренең дини яҡтан ҡапма-ҡаршы яҡта тороуына ҡарамаҫтан, 1933 йылда Һиндостан милли конгресы етәкселәренең береһе, Гандиҙың ялҡынлы тарафдашы, милли батыры Раджаджиҙың ҡыҙы Лакшиға өйләнә.
 
19 йәшендә Мохандас Ганди [[Лондон]]ға юридик белем алыу өсөн йүнәлә. [[1891 йыл]]да уҡыуын тамамлағас, кире Һиндостанға ҡайта. Тик ватанында уның һөнәри эшмәкәрлеге кәрәк булмай. Ул Көньяҡ Африкаға эшләргә китә. Унда индеецтарҙың хоҡуҡтары өсөн көрәш юлына баҫа. Ул унда беренсе булып көрәш өсөн көс ҡулланмау (сатьяграха) сараһын ҡуллана. Уның тормошҡа ҡарашын формалаштырыуҙа Бхагавадгита, шулай уҡ [[Торо Генри Дэвид|Г. Д. Торо]] һәм [[Толстой Лев Николаевич|Л. Н. Толстоойҙың]] идеялары ярҙам иткән.(Толстой менән ул хатлашып торған)<ref name=tolstoy>[http://dwardmac.pitzer.edu/Anarchist_Archives/bright/tolstoy/lettertogandhi.html Письма Льва Толстого Ганди] {{ref-en}}</ref>). Ганди үҙе ирланд патриоты [[Девитт Майкл|Майкла Девиттың]] идеаларын да таныған<ref name="mat">{{cite news | url=http://thetimes-tribune.com/opinion/editorials-columns/guest-columnists/irish-patriot-left-worldwide-mark-1.1459404 | title=Irish patriot left worldwide mark | date=17 March 2013 | agency=Scranton Times Tribune | accessdate=2013-05-14 | author=Dailey, Lucia | location=Scranton, Pa.}}</ref>.
 
1915 йылда К. М.Ганди Һиндостанға ҡайта, һәм дүрт йылдан һуң илде Британияның колониаль хакимлығынан азат итеү көрәшенә ҡушыла. 1915 йылда атаҡлы һинд яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса нобель премияһы лауреаты Рабиндранат Тагор Мохандас Гандиға ҡарата тәүләп «[[Махатма]]» (dev|महात्मा) — «бөйөк йән» титулын ҡулланған. Сам Ганди, аскет булараҡ, титул мине күңелһеҙләдерә тигән. Һиндостан милли конгресы лидерҙарының береһе Тилак, үлеме алдынан, уны үҙенең вариҫы тип иғлан итә.
 
== Махатма Гандиҙың сәйәси ҡараштары ==
59 юл:
Оҙаҡ йылдар дауамында Ганди көс ҡулланмау принцибын эҙмә-эҙлекле яҡлаусы булған. Әммә Ганди ҡараштарын етди һынауға дусар итерлек ситуация килеп сыҡҡан. Көс ҡулланмау принцибы {{comment|Һиндостан милли Конгресы|ИНК}} тарафынан Һиндостандың азатлығы өсөн көрәшкә ҡарата ла ҡабул ителһә лә, тышҡы агрессиянан һаҡланғанда Конгресс был принципҡа таянмаған.
 
Яҡынса 1938 йылғы мюнхен кризисы осоронда, һуғыш сығыу ихтималлығы менән бәйле, тәүләп был мәсьәлә ҡалҡып сыға. Әммә кризис тамамланыу менән был һорау юҡҡа сыға. 1940 йылдың йәйендә Ганди һуғышҡа мөнәсәбәт буйынса был һорауҙы яңынан Конгресс, шулай уҡ киләсәктә бойондороҡһоҙ Һиндостандың тышҡы сәйәсәте алдында ҡуя. Конгрестың башҡарма комитеты көс ҡулланмау принцибын тәрәнгә йәйелдереү мөмкин булмауын әйтә. Был мәсьәлә буйынса Ганди һәм Конгресс араһында өҙөклөк барлыҡҡа килә. Әммә ике ай үтеүгә Һиндостандың киләсәктәге тышҡы сәйәсәтенә ҡарата Конгресс позицияһын {{comment|аныҡлау|аныҡлау}} сығарыла (һуғышҡа мөнәсәбәт буйынса бер һүҙ ҙә әйтелмәй). Унда, Конгрестың Башҡарма комитеты «[[сварадж]] өсөн көрәштә көс ҡулланмау сәйәсәтенә һәм тәжрибәһенә генә түгел, ләкин ирекле Һиндостанда ниндәй дәрәжәлә ҡулланыуы мөмкинлегенә ҡарап, ныҡлы ышана», тип әйтелгән була, «ирекле Һиндостан дөйөм ҡоралһыҙландырыуҙы бөтөн көсө менән хуплар һәм был тәңгәлдә бар донъяға өлгө күрһәтер. Был инициативаны тормошҡа ашырыу тышҡы факторҙарға, шулай уҡ эске шарттарға ҡотолғоһоҙ рәүештә бәйле, ләкин дәүләт, көсөнән килгәнсе, ҡоралһыҙландырыу сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәк…». Был формулировка {{comment|юл ҡуйышып килешеүле|компромислы}} була, ул Гандиҙы ҡәнәғәтләндермәй, әммә Конгрестың позицияһын тап шулай белдереү менән ризалаша.
 
[[1921 йыл]]да Ганди Һиндостан милли конгресын етәкләй, һәм [[1934 йыл]]да башҡа партия етәкселәре менән  милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡараштары айырымланғанлыҡтан, был вазифаһынан китә. 1939 йылдың ғинуарында Ганди Свами Бхаратананда менән бергә, Аундх раджаның үҙенең биләмәһендә республика (Аундх эксперименты) иғлан итеүенә ирешәләр. Ганди һәм Бхаратананда Свами яҙған «Ноябрь декларацияһы» - республиканың тәүге конституцияһы була. Һуңынан ул  Һиндостан конституцияһын төҙөгәндә файҙаланыла. 
69 юл:
 
== Иҫтәлеген мәңгеләштереү ==
* [[Радж Гхат]]
* Махатма Гандиға мемориаль һәйкәл. 1997 йылда Һиндостандың бәйһеҙлеге көнөн билдәләгән ваҡытта АҠШ-та Махтама Гандиға һәйкәл ҡуйыу тураһында ҡарар сығарыла.<ref>[http://www.indianembassy.org/gandhi/memorial.htm About the Mahatma Gandhi Memorial]</ref>
* МахтамаГандиға арналған мемориаль-һәйкәлдәр донъяның күп кенә ҡалаларында ҡуйылған:[[Нью-Йорк]], [[Атланта (Джорджия)|Атланта]], [[Сан-Франциско]], [[Питермарицбург]], [[Мәскәү]], [[Гонолулу]], [[Лондон]], [[Алма-Аты]], [[Дүшәнбе]] һ. б.
* [[Улан-Батор]]ҙа Махатма Ганди урамы бар. Ул урамда шулай уҡ Гандиға һәйкәл ҡуйылған.
* М. Ганди иҫтәлегенә күп кенә илдәрҙә почта маркалары сығарылған.