Башҡорт милли хəрəкəте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Антибольшевик осор: clean up, replaced: Файл:Флаг башкир.png → Файл:Флаг Башкурдистана.png using AWB
87 юл:
 
«Башҡорт хөкүмәтенең халыҡҡа мөрәғәжәте»ндә, большевиктар башҡорт халҡын талауҙа һәм автономияны бөтөрөүҙә ғәйепләнә. Был мөрәжәғәт халыҡты, ғәскәр төҙөп, үҙ ерҙәрен, илен, динен һәм автономияһын һаҡларға саҡыра. 1918 йылдың 12 июнендә (элеккесә — 31 майҙа) [[Силәбе]] ҡалаһында 216-сы һанлы фарманға Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге эргәһендә [[Башҡорт хәрби шураһы|Башҡорт хәрби шураһы (советы)]] ойошторола. Хәрби шура составына интендант, мобилизация, хужалыҡ, суд, строевой, артиллерия, инженер, хәрби‑өйрәтеү бүлектәре, айырым бүлек, хәрби тикшереү һәм хәрби табибтар комиссиялары инә<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1911-bash-ort-kh-rbi-shura-y|Башҡорт хәрби шураһы|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>. Шура кантондарҙа [[Башҡорт ирекле отрядтары|13 ирекле отрядтарын]] төҙөй<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1861-bash-ort-irekle-otryadtary|Башҡорт ирекле отрядтары|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>.
[[Файл:Флаг башкирБашкурдистана.png|200px|thumb|[[Башҡортостан автономияһы]]ның дәүләт флагы]]
1918 йылдың июлендә ''Омск'' ҡалаһында ''Ваҡытлы Себер хөкүмәте'' яғынан Башҡортостан автономияһын таныу һәм Башҡорт ғәскәрҙәренә ярҙам итеүҙе ойоштороу маҡсаты менән башта ''А. Ғәбитов'', һунынан [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Ә. Ә. Вәлидов]] һәм [[Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы|С. С. Мағазов]] һөйләшеүҙәр алып баралар. Һөҙөмтәлә Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөлә. Атаман Дутов етәкселегендәге ''Ырымбур казак хәрби хөкүмәте'' автономияға ҡаршы булмаҫлығын белдәрә. Үҙен Рәсәй Демократик Федератив Республикаһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменән эш итеүсе юғары власть тип иғлан иткән [[Учредителдәр йыйылышы ағзалары комитеты |''Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты'' (Комуч)]] Башҡорт хөкүмәтен<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/2625-b-t-r-s-j-ojoshtorou-jyjylyshy-a-zalary-komitety|Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты|автор=Казанчиев А. Д.}}</ref> һәм Башҡортостан милли-территориаль автономияһын таный{{sfn|История башкирского народа...|2010|с=101}}.
 
Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың 7 сентябрендә Ырымбур ҡалаһында [[1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы]], [[2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы]] һәм ''Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы''нан торған [[Башҡорт айырым корпусы]]н булдыра. Октябрҙә уның составына ''Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2‑се Башҡорт кавалерия'' һәм ''6-сы Башҡорт уҡсылар полктары'' инә. Корпустың командующийы итеп генерал-лейтенант [[Ишбулатов Хәжиәхмәт Исхаҡ улы|Х. И. Ишбулатов]] тәғәйенләнә. Башҡорт айырым корпусы частары ''Халыҡ армияһы'' составында [[Орск]] ҡалаһы өсөн һәм ''Аҡтүбә фронты''ндағы һуғыштарҙа, ''Сызрань'' ҡалаһын обороналауҙа һ. б. ҡатнаша<ref>{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1794-bash-ort-ajyrym-korpusy|Башҡорт айырым корпусы|автор=Таймаҫов Р. С.}}</ref>.