Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up, replaced: Файл:Флаг башкир.png → Файл:Флаг Башкурдистана.png using AWB
9 юл:
|дата рождения = 2.11.1895
|место рождения = [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] Мерәҫ ауылы (хәҙерге {{ТУ|Ырымбур өлкәһе}} [[Новосергиевка районы|Яңы Сергиевск районы]]
|гражданство = {{Флагификация|Российская империя}} →<br /> [[Файл:Флаг башкирБашкурдистана.png|22px|border]] [[Бәләкәй Башҡортостан|Башҡортостан]] →<br />{{Флагификация|СССР}}
|подданство =
|дата смерти = 8.12.1937
28 юл:
Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин 1895 йылдың 10 октябрендә Ырымбур губернаһының Мерәҫ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Был башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе — [[Мерәҫов Сәғит Ғөбәйҙулла улы|Сәғит Мерәҫов]] йәшәгән ауыл. Атаһы вафат булғас, Кәрим тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күрә, байҙарҙа мал көтә, ялланып эшләй. Отҡор үҫмерҙе Сәғит Мерәҫов күреп ҡала һәм мәктәпкә уҡырға урынлаштыра.
 
[[1912 йыл]]да Кәрим Иҙелғужин [[Өфө|Өфө]]ләге «[[Ғәлиә мәҙрәсәһе|Ғәлиә]]» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бында ул алгебра, геометрия, физика, химия, тарих, география, педагогика, урыҫ телен өйрәнә, шәкерттәрҙең төрлө түңәрәктәрендә ҡатнаша.
 
[[1915 йыл]]да Кәрим Иҙелғужин әрмегә алынып, [[Беренсе донъя һуғышы|Беренсе донъя һуғышы]]нда ҡатнаша. Октябрь революцияһын окопта ҡаршылай, [[1917 йыл]]дың октябрь аҙаҡтарында тыуған ауылына ҡайта. Бында ул ауыл Советы сәркәтибе була, [[1918 йыл]]дың авгусында [[Ырымбур|Ырымбур]]ҙа сыҡҡан «Башҡортостан хәбәрҙәре» гәзитенең сәркәтибе булып эшләй, шунан атлы дивизия писары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡас, Кәрим Иҙелғужин армия частарын тулыландырыу өсөн башҡорттарҙан доброволецтар йыйыу комиссияһы рәйесе була, [[1919 йыл]]дың авгусында Тамъян-Катай кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә.
 
Был осорҙа [[Башҡортостан|Башҡортостан]]да сәйәси хәл бик ҡатмарлы була. Берәүҙәр [[Башҡорт хөкүмәте|Башҡортостан автономияһы]]н яҡлап көрәшә, икенселәр уға ҡаршы сығыш яһай. Халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ көсәйә. Шул ваҡытта баш күтәреүселәр менән һөйләшеү өсөн [[Темәс|Темәс]]кә делегация ебәрелә. Уның составында К. А. Иҙелғужин да була.
 
Яңы тормош өсөн көрәш йылдарында белемле кешеләр бер юлы әллә нисә урында эшләй, кадрҙар йыш алышынып тора. К. А. Иҙелғужин да Тамъян-Түңгәүер, [[Туҡ-Соран кантоны|Туҡ-Соран]] кантон башҡарма комитеттарына етәкселек итә, бер аҙ Ырымбур башҡорт педагогия техникумы директоры булып та ала.
 
[[1924 йыл]]дың баштарында К. А. Иҙелғужин [[Мәскәү|Мәскәү]]ҙә була, Советтарҙың XI Бөтә Рәсәй съезы эшендә ҡатнаша, унан ҡайтҡас, [[Арғаяш]] кантон башҡарма комитеты рәйесе итеп ебәрелә. [[1925 йыл\\да ул «[[Башҡортостан (гәзит)|Башҡортостан]]» гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Полиграфия базаһының йомшаҡ булыуы һәм ҡағыҙ етмәү сәбәпле, ул саҡта гәзит сығарыу бик ауыр була. Уны ваҡытында баҫып сығарыу өсөн, яңы мөхәрриргә күп эшләргә тура килә. Тырышлыҡ яҡшы һөҙөмтәләр бирә — гәзиттең йөкмәткеһе, биҙәлеше яҡшыра, форматы ҙурайтыла. Төрлө проблемалар яҡтыртыла, гәзиттең абруйы күтәрелә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә «1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте» тигән ҡиммәтле китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.
 
[[1928 йыл]]да Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Илдә һәм республикала дөйөм мәжбүри башланғыс белем биреүҙе индерергә әҙерлек башлана. Әммә бының өсөн кәрәкле шарттар етерлек түгел. Уҡытыусылар аҙ, мәктәп биналары насар. Мәғариф Халыҡ Комиссариатынан, уның урындағы органдарынан уҡытыусылар әҙерләү, мәктәп биналары табыу буйынса ғәйәт ҙур тырышлыҡ талап ителә. Яңы педагогия техникумдары, уларҙың эргәһендә педагогик курстар асыла, уҡытыу-тәрбиә эшен яңыса ойоштороу саралары күрелә. Был айырыуса ауыр һәм мөһим бурыстарҙы үтәүҙә мәғариф халыҡ комиссары күп көс түгә.
 
[[1931]]—[[1934 йыл]]дарҙа К. А. Иҙелғужин [[Ленинград|Ленинград]]та ғилми-тикшеренеү педагогия институты аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педагогика институты ойоштороу һәм асыу эшенә тотона, уның директор урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара.
 
Шулай ҙа нығый барған Совет власы элекке дошмандарын тыныс ҡалдырмай. [[1936 йыл]]дың сентябрендә К. А. Иҙелғужин ҡулға алынып, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. [[1937 йыл]]дың 10 февралендә биш йылға иркенән мәхрүм ителә, әммә бер аҙҙан эш яңынан ҡарала һәм ҡот осҡос хөкөм сығарыла: атырға! Башҡорт халҡының данлы улдарының береһе — Кәрим Абдулла улы Иҙелғужиндың ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә өҙөлә.