Ҡағараҡ һымаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
Тамғалар: редактор вики-текста 2017
71 юл:
 
== Ҡыһырлама ==
Ҡағараҡ һымаҡтар — байтаҡ эре ҡоштар, йәшәү рәүеше һыу мөхите менән тығыҙ бәйләнгән. Был ҡағараҡтарҙың морфологияһына ҙур йоғонто яһаған: йомро, һуҙыңҡы кәүҙә, оҙон һығылмалы муйын, аяҡтары кәүҙәһенең арҡы өлөшөнә сығарылған һәм ҡаты, ҡуйы , тәненә тығыҙ ятыусы ҡауырһын япмаһы ҡалын мамыҡ ҡатламлы. Йөҙөү ярылары ҡаҙ һымаҡтарҙыҡы кеүек үк. Алғы өс бармаҡтары оҙон һәм йөҙөү ярылары менән тоташҡан. Артҡы бармағы ҡыҫҡа һәм насар үҫешкән, башҡаларынан өҫтәрәк урынлашҡан, тар ғына йөҙөү ярыһы бар. Аяҡтары көслө, әммә ҡоро ерҙә йөрөүгә яраҡлашмаған, ғәҙәттә, аяҡтары һәм ҡанаттары менән этәрелеп, түшендә шыуыша. Бәкәл һөйәге ҡауырһынһыҙ, ныҡ ҡалын, мөгөҙ япмаһы ла ҡалын һәм алдан йыйырсыҡлы, арттан - шыма. Ҡанаттары осло, сағыштырмаса тар һәм ҡыҫҡа. Суҡышы осло, беҙ һымаҡ, танау тишектәре ярыҡ кеүек үтә тишек , сумғанда һыу инмәһен өсөн тиреле клапаны бар. Мамыҡ {{comment|аптериялар|Ҡоштарҙыңҡоштарҙың ҡауырһынһыҙ тире өлөшө}}ҙы ла, шулай уҡ {{comment|птериялар|Ҡоштарҙыңҡоштарҙың ҡауырһынлы тире өлөшө}}ҙы ла ҡаплай. Ҡауырһындарының өҫтәмә көпшәләре бар. Ҡоймос биҙе ҡауырһын менән ҡапланған.
 
Был һыу ҡоштары ҡаҙ ҙурлыҡ йәки эре өйрәктәй, уларҙан суҡышының осло (яҫы түгел) булыуы менән айырыла. Ҡағараҡ һымаҡтарҙың кәүҙә оҙонлоғо 53 см-ҙан 91 см-ға ҡәҙәр, ҡанаттарының йәйеме 106 һәм 152 см, ауырлығы 1 – 6.4 кг тирәһе. Осоп барыусы ҡағараҡтарҙың ҡанаттарының ҡыҫҡа булыуы күҙгә салына, аяҡтары артҡа ныҡ һонолғандар, хатта ҡойроҡ кеүек күренә. Осҡанда ҡағараҡтар муйындарын аҫҡа бөгөп бер аҙ "көмөрәйгән" кеүек тойолалар, бының менән дә ҡаҙҙарҙан һәм өйрәктәрҙән айырылалар.