Ғайнан Хәйри: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
 
== Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Ғайнан Хәйретдин улы Хәйриев (әҙәби псевдонимы Ғайнан Хәйри) 1903 йылдың 15 июнендә [[Башҡорт АССР-ы]]ның (1993 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]]) хәҙерге [[Нуриман районы]] [[Иҫке Күл]] ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылдарындағы, ул заманүҙ шарттарыназаманына ярашлы эшләп килгән мәҙрәсәлә башланғыс белем алғас, бер ни тиклем ваҡыт күрше ауылда китапханасы булып эшләй. 1921 йылда [[Ырымбур]] ҡалаһында яңы асылған [[Башҡорт]] педагогия техникумына уҡырға китә һәм, уны уңышлы тамамлап, 1924 йылда [[Өфө]]гә ҡайта. Техникумда уҡыған осорҙа РКСМ (урыҫса — Российский коммунистический союз молодежи) сафына ингән егетте шунда уҡ [[БАССР]]-ҙың [[Арғаяш кантоны]]на комсомол эшенә ебәрәләр. Ғайнан Хәйри унда РКСМ-дың [[Ҡолой ауылы|Ҡолой]] волость комитеты секретары була, бер үк ваҡытта «Яңы ауыл» гәзитендә хеҙмәткәр вазифаһын да башҡара, көнүҙәк темаларға даими рәүештә мәҡәләләр яҙып баҫтыра. 1926 йылда [[Өфө]]лә нәшер ителгән «Башҡортостан йәштәре» гәзитенә яуаплымөхәррир мәхәррир итеп тәғәйенләнә. 1928—1933 йылдарҙа «Сәсән» һәм «Трактор» исемдәре аҫтында сыҡҡан журналдарҙың яуаплы сәркәтибе була. Төп эшенән айырылмай [[К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты]]ның (1957 йылдан [[Башҡорт дәүләт университеты]]) филология факультетында уҡый.
 
Журналистика хеҙмәте менән бер рәттән Ғайнан Хәйри төрлө ойоштороу сараларының үҙәгендә була. Пролетар яҙыусыларҙың Рәсәй ассоциацияһы (урыҫса РАПП — Российская Ассоцияция Пролетарских Писателей) составында был ойошманың [[Башҡортостан]] ассоциацияһын ойоштороусыһы һәм уның етәкселәренең береһе, шулай уҡ РАПП-тың идара ағзаһы була. Бөтә был эшмәкәрлек менән бергә тағы ла [[Өфө]]лә нәшер ителгән байтаҡ гәзит һәм журналдарҙың редколлегия ағзаһы вазифаларын да атҡара.