Ҡоштар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
 
'''Ҡоштар''' ({{lang-la|Aves}}) — [[умыртҡалылар]] төркөмөнә ҡараған ҡанатлы, ике аяҡлы, тәне ҡауырһын, йөн-мамыҡ менән ҡапланған, йылы ҡанлы, йомортҡа һалыусы [[хайуандар]] классы. Яҡшы айырымланған төркөм һанала, вәкилдәренең иң үҙенсәлекле билдәләренең береһе - тәнде температура үҙгәреүенән һаҡлаусы һәм осҡанда мөһим роль уйнаусы ҡауырһын япмаһы тора. Осоу һәләте ҡоштарҙың төп үҙенсәлеге (уның ҡайһы бер төрҙәрендә булмауы — икенсел күренеш). Өҫкө ослоҡтары ҡанат формаһын алған. Ҡоштарҙың һулыш алыу һәм аш һеңдереү ағзалары осоу һәләте менән тығыҙ бәйле булғанлыҡтан, үҙенсәлекле төҙөлөшлө. Ҡоштар башҡа йән эйәләренән суҡышы булыуы менән айырыла. Ер йөҙөндә бөгөнгө көндә 9800 ҡош төрө булыуы билдәле, Рәсәйҙә 600-гә яҡын төр.
Ҡоштар (лат. Aves) — йылы тәнле йомортҡа һалыусы умыртҡалы хайуандар классы. Тағы ла бер айырымлыҡ билдәһе булып суҡышы тора.
 
Ҡоштар социаль хайуандар һанала, сөнки улар визуаль һәм тауыш сигналдары ярҙамында үҙ-ара аралаша, байтаҡ осраҡта йәмәғәтселек ғәмәлдәрен үтәйҙәр: уртаҡ оя,  бергәләп һунар итеү йәки йыртҡыстарҙан һаҡланыу. Байтаҡ төрҙәргә моногамия хас. Ҡағиҙә булараҡ, ояла йомортҡалар һалына һәм уларҙы парҙың бер йәки ике ағзаһы ла баҫа. Ҡоштар нәҫел тураһында ҡайғырталар: ҡошсоҡтарын оҙайлы ваҡыт ҡурсыйҙар, ашаталар, өйрәтәләр.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡоштар» битенән алынған