Сарапул-Воткинск операцияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Бот ярҙамында мәғәнә айырыу: Ағиҙел - һылтанма(лар) үҙгәртелде: Ағиҙел (йылға)
54 юл:
 
== Ике яҡтың пландары ==
Көнсығыш фронтының (командующийы А. А. Самойло, 29 майҙан С. С. . Каменев, РВС ағзалары И. С. Гусев, М. М. Лашевич, К. К. Юренев) командованиеһының ниәте: 2-се армия ғәскәрҙәре менән Воткинск заводына һөжүм итергә, 3-сө армияның уң ҡанаты ғәскәрҙәре менән — Ижевскиға, дошмандың 4-се Йыйылма — Себер һәм 3-сө Дала корпустарын ҡыйратырға; 3-сө армияның һул ҡанаты ғәскәрҙәре Ҡарағайға һөжүмләй, ә үҙәктәге ғәскәрҙәр дошманды көнбайышҡа үткәрмәй; 5-се армия [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]] йылғаһы тамағына сығырға һәм, уның аша [[Бөрө]] тирәһендә сығып, Красноуфимскиға, Себер армияһының тылына, һөжүм итергә тейеш була.
 
Аҡтарҙың Себер армияһы алдына Себерҙең төньяғындағы инглиз-американ ғәскәрҙәре менән ҡушылыу өсөн Глазов, Вятка, Котласҡа һөжүм яһарға бурыс ҡуйыла.
 
== Операция барышы ==
24 майҙа уҡ 28-се уҡсылар дивизияһының бер өлөшө Вятка йылғаһының һул ярына сыға һәм ошонда плацдармды биләй. Волга хәрби флотилияһының көстәре, [[Алабуға (ҡала)|Алабуғаны]] утҡа тотоуҙы ойоштороу уңышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, 25 майҙа 2-се армияның ҡалған ғәскәрҙәренең йылға аша уңышлы сығыуын тәьмин итәләр<ref name="vrv1">[http://militera.lib.ru/h/shirokorad_ab3/11.html Глава 4. Сражения у Елабуги и Икского устья] // Широкорад А. Б. Великая речная война. 1918—1920 годы. — М.: Вече, 2006.</ref>. 28-се уҡсылар дивизияһы (командующийы В. М. Азин) флотилия десанты менән берлектә 26 майҙа Алабуғаны яулап ала һәм 30 майҙа 90-100 километрға алға шыла. Ошо уҡ ваҡытта уның уң яҡтағы күршеләре, 5-се армия дивизиялары, [[Кама]] йылғаһына һәм [[Ағиҙел (йылға)|Ағиҙел]]дең тамағына барып сығалар, ә һул күршеһе — 7-се уҡсылар дивизияһы 30 — 50 километрға алға шыла. 3-се армия ғәскәрҙәренең һөжүме уңышһыҙ була, генерал А. Н. Пепеляевтың аҡ гварейсылар төркөмө ҡаршы ударҙар яһай һәм Глазовтан көньяҡҡараҡ һәм төньяҡҡараҡ 40 — 60 километрға тиклем яҡынлаша һәм ҡаланы баҫып алыу менән янай<ref name="igv4">История гражданской войны в СССР, т. 4, М., 1959. С. 105—121</ref>.
 
28-се уҡсылар дивизияһының ғәскәрҙәре 1 июндә Ағрызды яулайҙар, ә 2 июндә — Сарапулды. Ошо мәлгә 7-се уҡсылар дивизияһы Ағрыҙға сыға, ә 21-се уҡсылар дивизияһы — Вала йылғаһының тамағына. 3 июндә аҡ гвардиясылар Ағрызды баҫып алалар, әммә 4 июндә 7-се уҡсылар дивизияһы уны ҡабаттан ҡайтарып ала. 28-се уҡсылар дивизияһы Волга хәрби флотилияһы менән берлектә дошмандың Сарапулға һөжүмдәрен кире ҡаға. Аҡ гвардиясыларҙың Кама флотилияһы Сарапул тирәһендә ҡыҙыл частарҙы утҡа тота, яуап ут менән «Страшный» корабле батырыла. 7 июндә 2-се армияның ғәскәрҙәре Ижевскиҙы баҫып алалар, Нылга һәм Ува йылғаларының тамаҡтарын дошмандан таҙарталар<ref name="vrv2">[http://militera.lib.ru/h/shirokorad_ab3/12.html Глава 5. Гибель белой Камской флотилии] // Широкорад А. Б. Великая речная война. 1918—1920 годы. — М.: Вече, 2006.</ref>.